Уларҙың иҫән-һау булыуын, шат йылмайып төшкән фотоһын күреп ирекһеҙҙән беҙҙең йөҙҙәргә лә йылмайыу йүгерә. Әле лә бына шулай, таныш егеттәрҙе күреп ҡыуанышып ултырған мәл.
- Яу яланынан "Юшатыр" гәзите аша яҡташтарға ҡайнар сәләм юллайбыҙ! Ошо көндәрҙә сит яҡтарҙа яҡташты күреү бәхете тейҙе. Бында яҡташыңды күреү - өйгә ҡайтып килеүгә тиң. Абдул ауылынан Илнур атлы егетте осраттым. Уның ошо яҡтарҙа йөрөгәнен белә инем, алдан шылтыратышып торҙоҡ, тик осрашып булмай ине. Ниһәйәт, кисә ошонда бер ауылда осраштыҡ. Һөйләшеп хәбәрҙәр бөтмәгәс, үҙен яныма ҡунаҡҡа алып ҡайттым. Инде нисә йыл бында йөрөгәс, башҡа егеттәр менән дә туғанлашып бөттөк, шулай ҙа үҙ яғыңдың егеттәре бында иң яҡын туғаның кеүек, - тип ҡыуаныслы сәләмдәрен юлланы Илдар.
Беҙ Илдар өсөн дә, Илнур өсөн дә шатбыҙ, уларҙың осрашыуына бер ҡыуанһаҡ, иҫән-һау булыуҙарына мең ҡыуандыҡ. Алла бирһә, тыуған яҡтарығыҙға иҫән-һау ҡайтып, осрашып йәшәргә яҙһын һеҙгә.