Барыһы ла Еңеү өсөн
27 Февраль 2025, 05:00

“Айгөл”дә - йәрминкә

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә ярҙам итеү маҡсатында алып барылған эштең туҡтап торғаны юҡ.

“Айгөл”дә - йәрминкә“Айгөл”дә - йәрминкә
“Айгөл”дә - йәрминкә

Яуҙа ҡатнашҡан ир-егеттәргә ярҙам йөҙөнән күп һанлы акциялар һәм патриотик саралар ойошторолоп тора. “Айгөл” балалар баҡсаһы ла был эштән ситтә ҡалмай. Улар маскировка селтәр үргәндәр һәм йәрминкә ойошторғандар.
- Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә гуманитар ярҙам ебәреү маҡсатында ойошторолған йәрминкәлә балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә, тәрбиәселәр ҙә барыһы ла ихлас ҡатнашты. Ситтә ҡалмағандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт. Тиҙерәк донъяларыбыҙ тынысланыуын теләйбеҙ, - ти “Айгөл” балалар баҡсаһы мөдире Әлфиә Шәрипова.

Автор:
Читайте нас