Кисә ул ҡаланың бишенсе мәктәбендә булғайны, бөгөн 1-се «Гармония» мәктәбендә сығыш яһай.
Ирлек дәресе тип атала был сара. Нимә ул Ирлек? Ирлек бурысы бары тик өй эштәрен оҫта башҡарған, хәстәрлекле, барыһына ла яуаплы ҡараған атай, яратҡан абышҡа булыуҙа ғынамы?
Тормошта, баҡһаң, былары ғына етмәй икән – ирлек төшөнсәһе күпкә ҡатмарлы, тәрән. Тап ошолар тураһында балаларға Көйөргәҙе районы башлығы еткерергә тырышты.