Бөтә яңылыҡтар

Доғаларыбыҙ ҡабул булһын

Таймаҫ ауылы мәҙәниәт йортонда хәрби махсус операцияла хеҙмәт иткән ауылдаштарыбыҙға ярҙам йөҙөнән хәйриә концерттары йыш үткәрелә.

Доғаларыбыҙ ҡабул булһын
Доғаларыбыҙ ҡабул булһын

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы уңайынан, Таймаҫта, йома көндө сираттағы матур концерт үтте. Сараның төп йүнәлеше - яугир һалдаттар тәрбиәләп үҫтергән әсәйҙәр менән осрашып, уларҙың күңел түрендә генә йөрөткән аһ-зарын, һағыш, тынғыһыҙлыҡ йөгөн таратып, еңел булмаған ваҡыттарында уларға иғтибар бүлеп, терәк-таяныс булыу ине.
Артистар ҡуйған маҡсаттарына ирештеләр, тип ышаныслы әйтәм. Үҙем сараға бара алмаһам да, концерт фото-видеоһы, ауылдаштарымдың тәьҫораттары аша сара бик матур булғанына инандым.
Яугир һалдаттарыбыҙҙың фотоһүрәттәре менән эшләнелгән презентация, стенд бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Яу яланында төшкән егеттәребеҙҙең фотоларын күреү менән, бер яҡтан, күңелдәр тулып, күҙҙәргә йәштәр тулһа, икенсе яҡтан шундай батыр ауылдаштарыбыҙ булыу менән ғорурландыҡ.
Эйе, һалдат әсәһенең күңелен һалдат әсәһе генә аңлай.
Ә шулай ҙа беҙгә битараф булмай, иғтибар, күңел йылыһын өләшкән сараны ойоштороусыларға - Таймаҫ ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Альбина Килмәтоваға, фермерҙар Айрат Әлмөхәмәтовҡа, Илья Беликка, Сергей Поляевҡа, концертты йәмләп килгән күрше Илкәнәй, Мораптал ауылдары йырсы һандуғастарына, һалдаттарға ярҙам булһын тип, матур концертты ҡарарға килгән ауылдаштарыма оло рәхмәтемде еткерәм.

Йыйылған аҡсаларға ауыл комиссия ағзалары (Альбина Килмәтова, Илья Белик, Альмира Юлҡотлина, Раил Араптанов) мобилизация башланғандан алып һалдаттарға кәрәк-яраҡтар алып, әлеге ваҡытта сираттағы гуманитар ярҙамын әҙерләйҙәр.
Ә яугир әсәләренә бүләк иткән сәскәләр тәҙрә төптәребеҙҙе йәмләп ултыралар...
Тиҙерәк кенә ошо ҡәһәрле һуғыш бөтөп, балаларыбыҙ тыуған ерҙәренә, ғаиләләренә ҡайтһындар ине, тип көнө-төнө теләйбеҙ.
Илдәребеҙ тыныс, күктәребеҙ аяҙ, ғаиләләребеҙ тулы булһын. Тағы ла шуны әйтеп үткем килә. Февраль айында Айҙар улыма тепловизор кәрәккәс, туғаным Азат Сәғит улы Солтангәрәев аҡса йыйыу иғлан иткән ине. Биш көн эсендә етәрлек сумма йыйылып, Азат тепловизор алып, Айҙарға ебәрҙе.
Ошо эште ойоштороп, атҡарып сығыуҙа ярҙам иткән Азат улыма, барлыҡ туғандарыбыҙға, улымдың класташтарына, төркөмдәштәремә, күршеләремә сикһеҙ рәхмәтемде еткерәм. Хәйриә ярҙамығыҙ һәр кемгә һаулыҡ, бәхет, илебеҙгә тыныслыҡ булып ҡайтһын. Изге Рамаҙан айында уҡылған доғаларыбыҙ ҡабул булһын, теләктәребеҙ тормошҡа ашһын.
Минзәлә АБДУЛЛИНА, яугир әсәһе, Таймаҫ ауылы

Автор:
Читайте нас