Бына тағы оло юлға сығыр мәл дә килеп етте. Аллаға шөкөр, был ялдарҙа бик күп кенә эштәр эшләнде, дуҫ-туғандар, ауылдаштар менән йылы осрашыуҙар ҙа булды. Яу яланында йөрөгәндә һәр сәләм танһыҡ, унда булғанда беҙҙең өсөн хафаланып, хәлдәребеҙҙе һорашып тороусыларға айырым рәхмәт.
Күптән түгел тыуған ауылыбыҙ мәктәбендә маскировка селтәрҙәре үреүҙе ойошторҙолар, беҙгә шылтыратып, ҡасан ҡайтырыбыҙҙы, яу яланында беҙгә нимә кәрәклеген белешеп торҙолар.
Ауылдаштар ярҙамында етәрлек аҡса йыйып, кәрәкле әйберҙәр һатып алып, һәр кис мәктәпкә йыйылып олоһо ла, кесеһе лә селтәр үрҙе. Яңы ғына башлаһалар ҙа бөгөнгө көндә 50-гә яҡын маскировка селтәрҙәре үреп тә ҡуйҙылар, селтәрҙәрҙе үҙебеҙҙең ауылдың, шулай уҡ ялға ҡайтҡан Ҡотлоюл, Лена, Таймаҫ ауылы егеттәренә лә тапшырҙылар. Быларҙың барыһын да интернет селтәрҙәрендә ҡарап, күҙәтеп киләбеҙ.
Мин үҙебеҙҙең полкка 2 маскировка селтәре, шулай уҡ йылытҡыс пушка кәрәклеген әйткәс, ауылдаштар аҡса йыйып, пушка алып әҙерләп тә ҡуйҙы. Яуҙа йөрөгән ауылдаш егет Денис менән отпускалар бергә тура килеп, беҙҙең икебеҙҙе мәктәпкә сәйгә саҡырҙылар. Табын артында һөйләшеп, ауылдаштарҙың һорауҙарына яуап биреп, бик күңелле ултырҙыҡ. Йылытҡыс пушка Денисҡа ла кәрәклеген белгәс, алынған ҡораманы уға биреп ебәрергә булдыҡ. Ә мин яу яланында йөрөгән машинабыҙға тәгәрмәстәр булһа шәп булыр ине, тинем. Ауылдаштар оҙаҡ уйлап тормай, күмәкләшеп йәнә аҡса йыйып, дүрт тәгәрмәс алып та бирҙеләр.
Ошо изге эште ойошторған Хөсәйенов Рәфис абзыйға, уға мәктәп бинаһында селтәрҙәрҙе үрергә ризалыҡ биргән мәктәп директоры Рәис Рузан улы Әбсәләмовҡа, аҡса йыйыуҙы ойошторған туғаным Гөлнур Хөсәйеноваға һәм Гөлнара Мидхәт ҡыҙы Аҡсуриналарға, шулай уҡ селтәр үрергә йөрөгән, аҡсалата ярҙам иткән ауылдаштарҙың һәр береһенә рәхмәтлемен. Изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә меңләтә әйләнеп ҡайтһын. Был беҙҙең өсөн был бик ҙур ярҙам булды, берҙәм, ярҙамсыл ауылдаштарым менән ғорурланам.
Рәхмәттәрем ошоноң менән генә тамам түгел, юл йөрөгән машинаға ремонт кәрәк тип, ярҙам һорап районға мөрәжәғәт иттем. Юлай Талха улы больницала ине, уның урынбаҫары Урал Дамир улына индем. Ул беҙ юлға сыҡҡансы аҡса йыйып кәрәкле запас частарҙы алышырға вәғәҙәләне. Аҡса йыйыуҙа районыбыҙ депутаттары, фермерҙар ҙа ҡатнашты, гел ярҙам итергә әҙер булған ауылдаш фермерыбыҙ Хафиз абзый Сарбаев та ситтә ҡалманы. Шулай итеп, кәрәкле сумма йыйылды һәм машинаны Ҡансыра ер аҫты газ һаҡлау ойошмаһына ремонтларға индерҙек. Барыһын да ваҡытында эшләп өлгөрттөләр. Ошо эштә ҡатнашҡан һәр кемгә шулай уҡ ҙур рәхмәттәремде еткерәм.
Әле бына оҙон юлда, уйланып, барлыҡ туғандарыма, яҡындарыма, ауылдаштарыма, райондаштарыма рәхмәттәр уҡып китеп барам. Һеҙҙең кеүек ярҙамсыл, барыһы ла фронт өсөн, тип тырышҡан, беҙҙе уйлап, өйҙә һағынып көтөп тороусылар булғанда, еңеү мотлаҡ беҙҙең яҡта буласаҡ.
Илдар ВАХИТОВ, Махсус хәрби операция ветераны