Рәмзилә Собханғолова, ойошторусы:
- Ауылыбыҙҙың ҡатын-ҡыҙҙары башланғысты хуплап ҡабул иттеләр. Әлеге мәлдә, беҙ, маскировка селтәрҙәре үреүҙе дауам итәбеҙ. Зифа Әхмәтова, Гүзәл Аҙнабаева, Резеда Исхакова, Миләүшә Түләкова, Люциә Хәсәнова, Рәүилә Бикмаева, Гөлнара Айрат ҡыҙы менән Гөлнара Минебай ҡыҙы Сәлтәшевалар, Гөлнара Кинйәбаева, Зөлфиә Бикмаева, Тәскирә Аҡһарова, Рәйлә Сәлимгәрәйева, Әлфинә Сынбулатова, Розалия Бикмаева, Альбина Ғайсина, Зөлфирә Сынбулатова, Зөлфиә Хәсәнова, Таңһылыу Ибраһимова, Фәнүзә Субханғолова, Мәзүнә Сәлтәшова, Рәйлә Атйетәрова, Алина Исхаҡова, Гөлшат Бикмаева, Альбина Мөхәмәтйәнова, Лилиә Аҙнабаева һәм башҡа ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ Еңеү өсөн барлыҡ көстәрен һалалар.
Илебеҙҙә барған Махсус хәрби операцияға ярҙам итеү өсөн Яҡшымбәт ауыл советы биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа йәшәгән барлыҡ халыҡ та ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Афариндар. Тиҙерәк илдәр тынысланып, именлектә генә йәшәргә яҙһын.
Рәүеф АБДУЛЛИН, Яҡшымбәт ауылы