. Был – илебеҙ төбәктәренең махсус операцияға ярҙам итеүгә бәйле эшмәкәрлеген баһалау йәһәтенән тәүге күләмле тикшереүҙәр һөҙөмтәһе. Башҡортостан әлеге рейтингта өсөнсө урынды яуланы. Быға сараларҙың комплекслы һәм системалы булыуы арҡаһында өлгәшелде, тип билдәләй эксперттар. Радий Хәбиров етәкселегендәге идара итеү командаһы эште һөҙөмтәле ойоштора алды. Асылда, республикабыҙ тәжрибәһен башҡаларға өлгө итеп ҡуялар. Ә нимәһе менән тәьҫирле булды беҙҙең эшмәкәрлек?
Фронттағыларға ярҙам итәбеҙ
«Башҡортостан үҙебеҙҙекеләрҙе ташламай» саҡырыуы күптән инде киң таралды. Фронт яугирҙәре Башҡортостандың үҙ егеттәре хаҡында хәстәрлек күреүен, һәр ваҡыт кәрәкле әйберҙәр туплап гуманитар ярҙам ебәреүен белә, ә уларҙың ғаиләләре бер нимәгә лә мохтаж түгел. Күп кенә хәрби хәбәрселәр, Башҡортостандың фронтҡа һәм яугирҙәргә ярҙамы – илдә иң яҡшыларҙың береһе, тип билдәләй.
Беҙ тәүгеләрҙән булып 2022 йылда гумконвой ебәрҙек, ә бөгөнгә уларҙың һаны 144-кә етте. Бынан тыш, бөтә республиканан предприятиелар, муниципалитеттар, битараф булмаған кешеләр алғы һыҙыҡҡа кәрәкле посылкалар ебәрә. Барлыҡ район башлыҡтары Донбассҡа барып, яҡташтарының хәл-әхүәлен белешеп тора. Башҡортостан гуманитар ярҙам ташыуҙың үҙ системаһын булдырған: ЛХР-ҙа беҙҙең логистик үҙәк эшләй, алып барылған ярҙам заявкаларға һәм ихтыяжға ярашлы бүленә.
Беҙҙең табиптар сиратлап хәрби операция биләмәһендәге һалдаттарға ла, урындағы халыҡҡа ла ярҙам итергә бара, унда хатта теш дауалау өсөн заманса стоматология модуле алып барылған. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар отрядтары МХО биләмәһендәгехәрби госпиталдәрҙә яралыларҙы ҡарарға ярҙам итә.
Тылда ла эш тынмай
Бында, тылда, МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн 40-тан ашыу ярҙам сараһы булдырылған, улар иҫәбендә – шифаханаларҙа бушлай дауаланыу, балаларға белем биреү, ҡайһы бер һалымдарҙан азат итеү, көнкүреш проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам һәм башҡалар. Бер генә хәрбиҙең дә ғаиләһе иғтибарһыҙ ҡалмаған.
Радий Хәбиров был процесты үҙе контролдә тота, ул бер нисә тапҡыр махсус хәрби операция биләмәһенә барҙы, алғы һыҙыҡта булды, яугирҙәрҙең шатлыҡ-хәсрәттәре тураһында белеү өсөн улар менән даими аралаша.
Контракт хеҙмәте
Башҡортостан контракт хеҙмәтенә ҡабул итеүҙе ойоштороу һәм халыҡ менән патриотик һәм аңлатыу эштәре алып барыу буйынса өлгө булып тора. Мобилизация әҙерлеген яҡшы ойоштороу буталсыҡҡа юл ҡуймаҫҡа ярҙам итте, ә һуңынан республикабыҙ илебеҙҙе яҡларға әҙер булыуын эш менән иҫбатланы. Республикала доброволецтар иҫәбенә хәҙер инде билдәлелек яулаған Салауат Юлаев, генерал Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальондары, һуңынан «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы ойошторолдо. Республиканан доброволецтар ағымы бөгөнгәсә туҡтамай.
Яугирҙәрҙе тыныс тормошҡа әҙерләйбеҙ
Республикала МХО-ла ҡатнашыусыларҙың тыныс тормошҡа яраҡлашыу системаһы әүҙем үҫтерелә. Был йүнәлештә «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы ҙур эш башҡара. Оборона министры урынбаҫары, дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева әйтеүенсә, Башҡортостанда фондтың эшен ойоштороу тәжрибәһе, атап әйткәндә, бер юлы бер нисә ҡалала ярҙам үҙәктәре асыу – үҙенсәлекле һәм һөҙөмтәле алым, шуға күрә уны башҡа төбәктәргә лә таратырға ниәтләйҙәр.
«Геройҙар ваҡыты» федераль проекты өлгөһөнә эйәреп, республикабыҙҙа «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһы эшләй башланы. Ошо программаға ярашлыМХО-ла ҡатнашыусылар араһынан төрлө кимәлдәге предприятиеларҙа, ойошмаларҙа, власть органдарында эшләү өсөн квалификациялы идарасылар әҙерләйәсәктәр. Тәүге аҙнала уҡ меңгә яҡын кеше ҡатнашырға теләк белдереп ғариза биргән. Был проекттың ихтыяжлы булыуы хаҡында һөйләй. Радий Хәбиров беренселәрҙән булып хәрби бурыстарын үтәү барышында уңыш ҡаҙанған МХО яугирҙәрен яуаплы вазифаларға тәғәйенләй башланы һәм киләсәктә лә быны эшләүен дауам итәсәген белдерҙе. Ул шәхсән үҙе программала ҡатнашыусы бер нисә егеттең остазы буласаҡ һәм уларҙы дәүләт идаралығы нескәлектәренә өйрәтәсәк.
Марина Сафонова, “Аҡ йылға” ирекмәндәр үҙәге етәксеһе:
- “Аҡ йылға” ирекмәндәр үҙәгендә, Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға ярҙам күрһәтеү өсөн, һәр ваҡыт эштәр ҡайнап тора. Был эштә барлыҡ Күмертау халҡының әүҙем ҡатнашыуы, һәр кем үҙенең ярҙамын күрһәтергә тырышыуы һөйөндөрә.
Тиҙҙән махсус хәрби операция зонаһына 31-се гуманитар конвой юлланасаҡ. Әлеге ваҡытта, сираттағы конвой өсөн, “Аҡ йылға” ирекмәндәре, 12-се мәктәп һәм "Баласаҡ" ғаилә тәрбиәһе үҙәге ярҙамы менән 74 маскировка селтәре әҙерләп тә ҡуйҙыҡ. Башҡа кәрәк-яраҡтар йыйыу ҙа дауам ителә һәм был изге эштә битараф булмаған һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала.
Шулай уҡ, ошо көндәрҙә, “Аҡ йылға” ирекмәндәр үҙәгенә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Рәмил Бадамшин да килеп китте.
Ул яҡташтарыбыҙға һүҙ һәм йыр менән ярҙам итә, алғы һыҙыҡҡа техника һатып алыу өсөн аҡса ла күсерә. Рәмил беҙҙең ирекмәндәр менән аралашты, селтәр үреүҙә лә үҙ өлөшөн индерҙе. Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн ситтә ҡалмағандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт. Берҙәмлектә – көс. Беҙ ҙә берҙәм булһаҡ, һис шикһеҙ Еңеү яуларбыҙ.
Анастасия Иванова, Көйөргәҙе районы буйынса "Ватанды Һаҡлаусылар" Дәүләт фондының социаль координаторы:
- Районыбыҙҙа Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса бик ҙур эштәр алып барыла. Ныҡлы уйлап ҡараһаң, ярҙам итеүҙән бер ауыл да ситтә тороп ҡалмағандыр, хатта бәләкәй ауылдарҙа ла ярҙам йөҙөнән төрлө эштәр алып барыла. Бик күп ауылдарҙа олоһо ла, кесеһе лә әүҙем йөрөп маскировка селтәрҙәре үрәләр, блиндаж шәмдәре һәм һалдаттар өсөн кәрәкле нимәләр эшләйҙәр. Быларҙан тыш аҙыҡ-түлек әҙерләүселәр ҙә юҡ түгел, тиҙ боҙолмай торған тәмлекәстәр ҙә бешерә район халҡы, сәк-сәк, бауырһаҡ бешерәләр, туҡмас ҡырҡып, тоҙланған әҙерлектәр туплайҙар. Хаҡлы ялдағы инәй, бабайҙарҙың һәр ай пенсияларынан өлөш сығарып һалдаттарға ярҙам йөҙөнән тупланған фондҡа аҡсаларын һалыуҙары ғына ни тора. Район халҡының барыһы ла хәрби операциялағы егеттәребеҙ өсөн, тип тырышып, бар күңелен һалып эшләүе, берҙәм булыуы ҡыуандыра.
Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа, яу яланында йөрөгән егеттәргә генә түгел, уларҙың ғаиләләренә лә ярҙам күрһәтергә тырышабыҙ. Ата-әсәләр, тормош иптәштәре бик күп төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итә, беҙ ҡулыбыҙҙан килгәнсе ярҙам итергә тырышабыҙ. Ҡайҙа матди ярҙам кәрәк, ҡайҙа психологик яҡтан, береһен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ.