Күмертау район-ара суды рәйесе Фәрғәт Хәлитов беҙҙе шулай тип ҡаршы алды. Селтәрҙәр үреп ултыралар, һуғышҡа ебәрергә. Хөкөм системаһында эшләгән кешеләрҙе бер юлы бына ошондай ерҙә күреүе, тәү ҡарашҡа, сәйер тойолодо – Күмертау суды бөтәһе тиерлеп бер юлы килеп ултырған.
- Беҙҙең төп эшкә ҡамасауламаймы? Юҡ. Алдан планлаштырып, башҡа эштәрҙе ситкә ҡуйып, әҙерләнеп киләбеҙ. Бер юлы ике шәп эш эшләнә – егеттәргә ярҙам була һәм кәнсәләр мәшәҡәттәренән арынып, үҙебеҙҙең баш та ял итә. Быға тиклем, үҙебеҙ аҡса йыйып, гуманитар ярҙам дә әҙерләгәйнек, улары фронтҡа күптән китте, - Фәрғәт Тимерғәли улы ошоларҙы тиҙ арала бәйән итеп өлгөрҙө, оҙаҡ тотҡарланманыҡ – кеше мөһим эш менән мәшғүл.