Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
27 Апрель , 11:30

Тепловизор өсөн рәхмәт

Туғанымдың өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, яу яланында йөрөгәненә бына ике йылдан ашыу ваҡыт та үтеп китте.

Тепловизор өсөн рәхмәт
Тепловизор өсөн рәхмәт

Унда оҙаҡ булһалар ҙа, ялға тип бирелгән һанаулы ғына көндәре күҙ асып йомғансы үтә лә китә. Әле бына сираттағы отпуск көндәрен тултырып, йәнә оло юлға сыҡты туғаным.
Динар туғаным ялға ҡайтҡан арала бар туғандарҙы ла барлап, барыһы менән осрашып, күрешеп китергә тырыша. Махсус осрашыуҙарға ла саҡыралар, рәхмәт. Был юлы ул үҙе тыуып, үҫкән Таймаҫ ауылында уҡыусылар менән осрашып, уларға яу яланындағы хәл-торош тураһында һөйләп, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап бирҙе. Шулай уҡ илһөйәрлек, егеттәрҙең яуҙа бер-береһенә терәк-таяныс булыуҙары тураһында ла әйтеп үтте. Яу яланындағы егеттәрҙең тормошона битараф булмай, ярҙам туплап, сеткалар үреүсе ауылдаштарына рәхмәттәрен дә еткерергә онотманы туғаным.
Бөгөнгө көндә иң кәрәклеһе нимә, тигән һорау килеп тыуғас, туғаным ғүмерҙәрҙе ҡотҡарып ҡалыу өсөн тепловизорҙар кәрәклеген әйтте...

Фаягөл Ғәбдинова, Күмертау ҡалаһы
Рәхмәт хаты тулы вариантта гәзиттә баҫылды.

Автор:
Читайте нас