Ул кисә шулай тип шылтыратты, әйҙә, бергә барайыҡ тип тә димләгәйне, булмай шул. Байрам көндәре эш күп, унан килеп, Өфөгә буйһонабыҙ, тота һалып, ҡайҙа теләйһең, шунда сығып китеп булмай.
Ә барып, егеттәрҙе үҙ күҙҙәрең менән күреп, ҡосаҡлап ҡайтҡанда бик килешер ине. Тере репортажғы етәме ни, юғиһә, гел кеше ауыҙынан яҙабыҙ.
Рәшит Вәлитов әле Һарытауға ла барып еткән, шәп инде, Донбасс менән Башҡортостан араһын Күмертау менән Молокан араһы кеүек тә күрмәй.
Юлдарың хәйерле булһын, яу яландарынан бары тик яҡшы яңылыҡтар ғына алып ҡайт.