Оксана Кузьмина - уға береһе лә яуҙа йөрөгән егеттәр өсөн (Таймаҫтан байтаҡ киттеләр егеттәр, бер нисәүһе иҫән ҡайта алманы) шуны бешер, быны төшөр тип әйтмәгән, үҙ белдеге менән ошо эшкә тотонған. Сәй әҙерләү, сәк-сәк бешереү менән бергә, халыҡ телендә петушок тип аталған төрлө фигуралы һурғыс-кәнфиттәр ҙә яһай икән Оксана.
- Ниңә петушок?
- Уларҙың кәйефе булһын тип, ошондай күңелле фигуралар менән кәнфиттәр ҡайнатам. Билдәле, беҙ бында тороп, әллә ни эш ҡыра алмайбыҙ, һуғышты туҡтатырға ла хәлдән килмәй. Исмаһам, ошолай итеп, күңелдәрен күтәрге килә.