Бөтә яңылыҡтар

Онотмағанығыҙ өсөн рәхмәт

Бөгөн - Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө.

Онотмағанығыҙ өсөн рәхмәт
Онотмағанығыҙ өсөн рәхмәт

Дүртенсе йыл рәттән Таймаҫ ауылы егеттәре йыйылышып хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡан егеттәрҙең, Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һәм яуҙа һәләк булған яугирҙарыбыҙҙың ата-әсәләренә күстәнәстәр тарата. "Быйыл егеттәр мине лә үҙҙәре менән алдылар. Бергәләшеп йөрөп әсәйҙәргә күстәнәстәр таратып сыҡтыҡ. Һәр бер өйҙә беҙҙе ихлас ҡаршы алып, бәләкәй генә күстәнәсте лә ҙурлап ҡабул иттеләр. Һәр береһенең теләге ул тиҙерәк илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашыуы", - ти Таймаҫ ауылы клубы мөдире
Альбина Килмәтова.
Фәүзиә СОЛТАНГӘРӘЕВА:
-Ошондай ямғыр ҡойоп яуған көндө, күңелдәр болоҡһоп ултыра инем. Бикмөхәмәтов Илшат, Солтангәрәев Азамат, Килмәтова Альбинабыҙ килеп керҙе. Был көндө улым Марселде иҫкә алып, хәл белергә килгәндәре өсөн мең рәхмәт. Аллаһы Тәғәлә лә уларҙы үҙенең рәхмәтенән айырмаһын.

Автор:
Читайте нас