Барыһы ла Еңеү өсөн
20 Сентября 2025, 04:03

Яҡуп та ситтә ҡалманы

Бөтөн ерҙә йәрминкәләр үтә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яҡуп та ситтә ҡалманыЯҡуп та ситтә ҡалманы
Яҡуп та ситтә ҡалманы

Һәр береһен яҡтыртып бара алмаһаҡ та (был мөмкин түгел), күбеһенә буй етә - бер нисә мәктәптә булғанын яҙҙыҡ, видеолар булды (кисә ҡуйылған һуңғылары - Яңы Мораптал).

Яҡуп ҙур ауыл түгел, әммә район кимәлендә ниндәй ҙә сара булһа, улар бында мотлаҡ ҡатнаша. Кисә яҡуптар йәрминкә үткәргән. Махсус хәрби операцияға ярҙамға китәсәк йыйылған аҡсалар.

Үҙенә күрә бер байрам булған был йәрминкә, шул уҡ бәлеште, сәк-сәкте өйҙә лә ашай алалар, әммә мәктәп янындағыһы, бигерәк тә ул һатып алынған булғас, ныҡ тәмле тойолған халыҡҡа.

Тыуған йортта бешерелгән ризыҡтарҙы яуҙа йөрөгән егеттәр ҙә ҡайтып ашай алһын ине. 

Автор:
Читайте нас