Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
26 Сентябрь , 14:08

Беҙҙе бөтөнләй оноттолар

Беҙҙең Лена ауылы ҙурҙан булмаһа ла, бик матур урында, тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан һәм шәхсән мин был ерҙән бер ҡайҙа ла китәһем килмәй

Беҙҙе бөтөнләй оноттолар
Беҙҙе бөтөнләй оноттолар

Бар күңелем менән ошо ауылға берегеп, балаларымды тәрбиәләп, тормош иптәшемде махсус хәрби операция яланынан көтөп йәшәйем.
Биш баламды уҡытыу, үҫтереү өсөн бик күп ҡаршылыҡтар килеп тыуа. Ауылда мәктәп, балалар баҡсаһы юҡлығы, яңылыҡ түгел, балаларыбыҙҙы Таймаҫ ауылына йөрөтөп уҡытабыҙ, уныһына күнектек инде. Технологиялар заманы, бөтә нимә интернетҡа бәйләнгән, балаларҙы уҡытыу өсөн дә замана технологиялары булыуы мөһим. Ә беҙҙең ауылда интернет юҡ, нисек тә был бәләне хәл итеү өсөн элемтәне көсәйткес алып ҡуйҙым, тик унан да бик ҙур файҙа юҡ. Ялсыҡай ауылына килеп еткән интернетты беҙгә лә үткәреп булмаймы икән?
Ауылыбыҙға бәйле һорауҙар етәрлек, бына әле беҙҙе яҡтылыҡ мәсьәләһе борсой. Өс бағанаға һорана-һорана яҡтылыҡ үткәргән инек. Әле шуларҙың икеһе, шул иҫәптән беҙҙең тапҡырҙағыһының лампочкалары янып сыҡты һәм кис етеү менән тышта дөм ҡараңғы. Был һорау менән ауыл биләмәһенә мөрәжәғәт иттем, тик әлегә үҙгәреш юҡ.
Ҡай саҡ ауылыбыҙҙың ер йөҙөндә барлығын онотҡандар кеүек тойола, үләндәр сабылмай, урам араларын ҡуйы үлән баҫҡан. Әлдә Ялсыҡай ауылынан Рәфис абзый Хөсәйенов килеп үләндәрҙе сабып китә, ул булмаһа бөтөнләй бер нимә күренмәй, үлән араһында ултырыр инек. Ҡыш көндәре тураһында әйтеп тораһы ла юҡ, юлдар таҙартылмай, юлдарҙы таҙартыуҙарын һорап шылтыратҡас ҡына ҡыбырлайҙар, бәлки быйыл юл бәләһе урап үтер?
Валентина Колбинева, Лена ауылы

Хатҡа яуаптар гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: