"Юшатыр" аша, ҡыҙыу мәлендә, әйтеп бөтә лә алмаҫ рәхмәттәремде, телдән килгәнсә, еткерергә булдым.
...Быйыл йәй, ул саҡта район башлығы вазифаһын башҡарған ауылдашым Урал Ибраһимов янына ингәйнем. Сәбәбе - машина кәрәк. Яу яланынан яралы егеттәрҙе алып сығырға, ҡорал-ғәләмәт ташырға. Машинаһыҙ беҙ - ике ҡулһыҙ. Һәм бына: Нива автомобилендә йөрөп тә ятабыҙ. Уны атайым ҡыуып алып килде. Машина буш килмәгән, эсе тулы гуманитар ярҙам - Ҡотлоюл ауылынан күстәнәстәр. Ауылыма ҡайтып килгәндәй булдым, рәхмәт һеҙгә, ҡотлоюлдарым! Рәхмәт, Урал Дамир улы, рәхмәт ошо машинаны алырға ярҙам иткән фермер Алес Мазитовҡа.
Бөтәгеҙгә лә сәләмәтлек теләп, Денис Арыҫланов (Булат).