Йортомдың артында телефон бағанаһы булған, әле шул һынып, минең мунса башына ауып төшкән. Хәҙер мин нимә эшләргә тейеш икән, ауыл биләмәһе башлығына әйтһәм, белмәйем, ана, ҡыҙыл элемтәгә шылтырат, ти. 75 йәшлек әбеймен, мин беләмме ни ҡайҙа шылтыратырға, етмәһә, улым Махсус хәрби операцияла йөрөй. Әллә күпме әйттем силсәүиткә, юҡ, тыңламайҙар. Хәҙер берәйһен табып киҫтертеп ырғытһам, минән штраф түләтерҙәрме икән? Мунсамдың профнастил ҡыйығында ята бағана, мөрйәһенә лә эләккән. Кемгә мөрәжәғәт итергә тип, аптырағас, Юшатырға шылтыратырға булдым.
Өсөнсө көн кис булған хәл был, кисә көнө буйы көттөм берәйһе килеп хәл итер тип, юҡ. Күрше депутатҡа ла кереп әйттем, тағы ла ел сыҡһа, ул тағы ла нығыраҡ емерәсәк минең мунсаны, шулай уҡ гаражыма ла эләгәсәк. Етмәһә, минең гараж эсенән үткәргәндәр сымды, кем улай эшләгәндер, белмәйем.
Рәмзиә ӘҘЕҺӘМОВА, Зәк-Ишмәт ауылы
Илшат Зәйнәғәбдинов, Зәк-Ишмәт ауылы биләмәһе башлығы:
- Ул бағананы беҙ үҙ белдегебеҙ менән алып ҡуйырға тейеш түгелбеҙ, ә ҡайҙа, кемгә шылтыратырға ла белмәйем. Булған номерҙарға шылтыратып сыҡтым, телефонды алыусы юҡ. Районда кереп тә сыҡтым, юҡтар. Хәҙер берәй нимә уйлап, эшләп ҡуябыҙ инде, былай ҡалдырмайбыҙ.
Редакциянан: беҙ Рәмзиә апайға, артабан бағана менән бер нимә лә булмаһа, тағы ла хәбәр ит тинек. "МХО-ларға ярҙам йылы" тип иғлан ителгән йыл быйыл, кемдер белмәһә, әгәр бер кем, бер нимә эшләй алмай, ҡул ҡаушырып ултырһа, беҙ артабан, эшләрҙәйенә мөрәжәғәт итербеҙ.