Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
11 Ноябрь , 11:50

Иҫән ҡайтығыҙ, атайҙар!

Күмертауҙың М. Исҡужин исемендәге прогимназия ил күргәнде күреп йәшәй. 

Иҫән ҡайтығыҙ, атайҙар!
Иҫән ҡайтығыҙ, атайҙар!

Халыҡ ҡайғырһа, улар ҙа ҡайғыра, шатланалар икән, бында ла бөтөнөһө менән бергә. Әлбиттә, әлеге мәлдә иң актуаль булғаны ла прогимназияны урап үтмәй, һуғыш бәләһе уның да йөрәген яралай.

Кисә улар гуманитар ярҙам йыйып, фронтҡа оҙатҡан. Был эштә оло апайҙары ғына ҡатнашмаған, бәләкәстәр ҙә дәррәү ҡушылған (бәләкәс тип әйтеп ҡара, ҡулдары аш-һыуға ныҡ оҫта). Бауырһаҡ бешергәндәр. Уныһы шул тиклем тәмле килеп сыҡҡан, ауыҙ итеп ҡарағас, ашап бөтөүҙән саҡ тыйылып ҡалғандар - һалдаттарға кәрәгерәк. Бында улар көн дә йорт аштарын ашап кинәнә, ә тегендә... Кескәй булһалар ҙа, барыһын аңлай был ҡыҙҙар. 

Аштарын бешергәндә, матур уйҙар уйлап бешергәндәрҙер, шулайтҡанда ғына ризыҡ тәмле була. Уйҙарын да хатта беләбеҙ: иҫән ҡайтығыҙ, атайҙар, абзыйҙар, бабайҙар...

Автор:
Читайте нас: