Һуғыш уты ҡағылған әсәләр, ҡатындарҙы йыялар мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре. Шунда уҡ әйтергә кәрәк: бик күңелле булмаҫ был табын, кемеһенеңдер улы, ире яуҙа ятып ҡалды, кемеһенекелер әле шунда йөрөй, яуҙа, йәне ер менән күк араһында.
Мәрхүм улдар, ирҙәр рухына бағышлап, ә имен йөрөгәндәренә иҫәнлек теләп, Ҡөръән уҡытасаҡтар. Бер юлы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, яҡты донъяларҙан киткән ауылдаш-фронтовик бабайҙарын да иҫкә аласаҡтар.
Тиҙҙән Әсәләр байрамы. Ошо датаға ла бәйле буласаҡ был ултырыш.
...Ер йөҙөндә «балам» тип өҙгөләнгән, уның өсөн бер нимәһен йәлләмәгән, барыһына ла әҙер йән эйәһе – Әсә. Меңәр йыл үтһә лә, улым ҡайтыр тиеп, тәҙрәләрҙән күҙен алмай, мейесендәге утын һыуытмай көтәсәк. Хатта улың һәләк булды тигән ҡара хәбәрҙе алғанда ла көтәсәк. Шуға ла уның тураһында беҙ Бөйөк зат тибеҙ.
...Донъяларҙан киткән балаларыбыҙҙың рухы шат булһын, ә улдары имен-аман булып, әле яуҙа йөрөгән әсәләрҙең, өмөттәре аҡланһын - улдары иҫән ҡайтһын - ҡатындары янына ире, балаҡайҙары янына атаһы.