Сираттағы тыуған яҡ сәләмен алып ҡыуанып ултырған мәлебеҙ. Маскировка селтәрҙәре, блиндаж шәмдәре һәм тағы бик күп кәрәк-яраҡтар тупланған гуманитар ярҙам килеп етте.
Беҙ Таймаҫ, Зәк-Ишмәт, Ялсыҡай ауылы егеттәре шуларҙы алып ҡыуанышып ултырабыҙ.
Ауылдаштар һәр саҡ бәйләнешкә сығып, беҙгә нимә кәрәклеген һорашып торалар. Уларға ярҙам менән мөрәжәғәт итеүебеҙ була, шунда уҡ бар көстәрен һалып, кәрәк нәмәләрҙе табып һалып та ебәрәләр. Коробкаларҙың тыштарына һәр кем үҙ ауылдашының позывнойҙарын яҙып һалған. Бер ҡараһаң ябай коробкалар ғына кеүек күренгән ошо ярҙам беҙҙең өсөн бик мөһим, сөнки улар беҙгә тыуған яҡты, яҡындарыбыҙҙы хәтерләтә, беҙгә көс, ҡыйыулыҡ өҫтәп тора.
Ярҙам йыйыуҙа ҡатнашҡан һәр яҡташыбыҙға яу яланынан оло рәмәттәребеҙҙе юллайбыҙ, барыһына ла иҫәнлек, һаулыҡ теләп ҡалабыҙ.