Томан. Етмәһә, күктең төбө тишелгәнме ни, бер туҡтауһыҙ ямғыр яуа. Кәйеф яғы былай ҙа самалы, өҫтәүенә көн торошо йәнде көйҙөрә.
...Ҡунаҡбайҙың зыяратына юл юҡ тигән ялыу килгәйне, шунда сыҡтым, үҙең барып күргән яҡшы, фотолар кәрәк. Юл насар, әйтәһе лә түгел, Шәбағыш аша үткәндә лә, Молоканға тиклем еткәндә лә. Ҡурҡыныс. Томан, ямғыр арҡаһында алама юл тағы ла хәүефлегә әйләнә. Барҙым, күрҙем, был көндө бер апайыбыҙҙы ерләйҙәр ине Ҡунаҡбайҙа, ауыр тупрағы еңел булһын тип, үлгәндәргә йәннәт, иҫәндәргә һаулыҡ бир тип, эстән теләктәр теләп, ҡайтып барыш. Шәбағыштан үткән һайын кемдер ҡул болғап тора. Ҡалаға барыусылар күп. Бындай кеше осраһа туҡтамай киткән юҡ (һай, элекке үҙемдең яфалар, эҫе ҡояш аҫтындамы, сатлама һыуыҡтамы, йәки әлегеләй, һыуыҡ ямғыр аҫтындамы тораһың, юл ыңғайы китеп барған машина туҡтамаһа, биткә сәпәгәндәй, ғәрлек килә торғайны, һуң, алһаң, машинаң ҡойоламы? Урының бар ине лә баһа). Ултырҙы. Мөләйем генә бер ҡатын. Кемдер, ят кеше, машинаға ултырҙымы һорашыу башлана (журналист холҡо үлгәнсе бөтмәҫ): ҡайҙан, кем, нимә эшләп йөрөйһөң?
- Баҙарға китеп барам. Эйе, Күмертауҙа эшләйем, ирем ике йыл элек кенә мәрхүм булды. Ҡыйын инде, ҡыйын булмай, өйрәнгән кешеңде юғалтыуы кемгә рәхәт булһын.
Әлеге мәлдә ике һүҙҙең береһе һуғышҡа ҡағыла. Ниндәй теманы башлама, ул мотлаҡ ошоноһона килә лә төртөлә.
- Күп ерләйбеҙ егеттәрҙе... Уныһынан тыш та күпләп китә ирҙәр, йә йөрәк, йә инсульт. Минеке лә Себерҙә йөрөгәндә йөрәктән китеп барҙы. ...Кейәүем мобилизация буйынса яуға алынғайны. Дүртенсе йыл китте өйҙә булмауына. Тиҙҙән отпускыға ҡайтырға тейеш тип көтәбеҙ. Малайы бар, беренсе класта ғына уҡый. Шунан һорайым: балам, Яңы йылға бүләккә нимә алып бирәйем? Миңә бер ни кәрәкмәй, ти был. Атайымды алып ҡайтып бирегеҙ! Ҡосаҡланым да балаҡайҙы һығылып илайым...
Репортаж тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ.