Ҡунаҡ тигәне, спортсылар, бөгөн был уҡыу йортонда уҡ атыу буйынса асыҡ турнир бара. Мәргәндәр төрлө төбәктәрҙән килгән, нимәһе ҡыуандырҙы: күбеһе парлашып килгән, ирле-ҡатынлы, ошолайтып, милли сарабыҙҙа ҡатнашыуы үҙе ҙур мәртәбә, тәнгә лә, йәнгә лә ял. Әйткәндәй, был турнир МХО-ла йөрөгән егеттәр, уларҙың әсәләре, балалары, ҡатындарына ла бағышлана.
...Тимер ут атҡан ҡоралдан түгел, тыныс тормошта, әлеге спортсыларҙай, парлы булып, уҡ атышып ҡына йәшәргә булһын ине һеҙгә, фронтта йөрөгән ир-аттар.