Уны Күмертауҙан, бер төркөм башҡа уҡыусылар менән бергә, Яңы йыл кисәһенә ебәрҙеләр. Рамзаным, космоста булғандай, ҡанатланып ҡайтҡан. Бик ҡыуанған. Уға ҡушылып, мин дә шатланам. Йәл, Роман ғына, баланың атаһы, малайының ҡыуанысын күрә алманы - унан инде бер йыл хәбәр юҡ. Яуҙа юғалды...
Рамзандың ошо тарихи сәфәре өсөн М. Исҡужин исемендәге прогимназия директоры Лена Ғәббәсоваға, уҡытыусыбыҙ Лилиә Әлибаеваға, социаль педагог Ләйсән Исмәғилеваға, ҡаланың мәғариф идаралығы директоры Татьяна Юлусоваға ҙур рәхмәт. Яныбыҙҙа булһа, Роман Дәминев та һеҙгә рәхмәттәрен әйтер ине...
Алина Дәминева, Күмертау ҡалаһы.