Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
28 Декабрь 2025, 12:14

Рәхмәт һеҙгә, туғандар!

Күмертауҙан фронтҡа гуманитар ярҙам алып барҙыҡ, тип яҙалар беҙгә.

Рәхмәт һеҙгә, туғандар!
Рәхмәт һеҙгә, туғандар!

Ысынында, гуманитар йөктө күп кеше әҙерләй, йыя, алып бара – беҙ ҡай саҡта был турала белмәй ҙә ҡалабыҙ. Әле лә яҙмаһалар...

20 нөктәгә һуғылған беҙҙең Күмертау кешеләре, ә йөктө, һалдаттарға кәрәк-яраҡты, Күмертауҙан тыш, Маяҡ ауылы, Федоровка районы (Кирюшино, Новоселка ауылдары) йыйған. Ылауҙа ике Газель, бер еңел машина барған. Егеттәр, әлбиттә, был ярҙамды ихлас ҡабул иткән, ҡыуанғандар, матди ярҙамы ла мөһим, йәнә бер үтә мөһим яғы бар: улар шул тиклем күңелдәренә яҡын яҡташтарын күргән, Күмертауҙа осрашһалар, бәлки, баш ҡағып ҡына китер кешеләр, ә тегендә... Ҡосаҡлап, ебәрмәй, тик торғо килә... Барыһы ла был мәлдә, хатта Ер шары ла әйләнеүенән, туҡтап торһа ла була. Рәхәт.

Ярҙамығыҙ, күңел йылығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, туғандар!

Автор:
Читайте нас