Ошо гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнашҡан, һәр яҡлап тырышҡан, беҙҙең үтенесебеҙҙе кире ҡаҡмай, һүҙебеҙҙе йыҡмаған ауылдаштарыбыҙға, яҡташтарыбыҙға рәхмәттәребеҙҙе еткереп торабыҙ.
Әле бына ауылыбыҙға аҙна һайын Сбербанк күсмә машинаһын алып килеүсе водителебеҙ Павел Воронкинды яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамдары менән ҡотлап, уға волонтерҙар исеменән рәхмәт хаты һәм бәләкәй генә күстәнәс тапшырҙыҡ.
Ул гуманитар ярҙам йыйылыуы хаҡындағы иғланды күреү менән тәүгеләрҙән булып ярҙамға ашыға һәм шуның менән егеттәребеҙгә битараф түгеллеген күрһәтә.
Алла бирһә Яңы йыл байрамына арналған кисәлә махсус хәрби операция башланғаны бирле ныҡлы ярҙам иткән халыҡҡа иғтибар бүлеп үтергә планлаштырабыҙ, рәхмәт хаттары тапшырасаҡбыҙ.
Альбина Килмәтова, Яңы Таймаҫ мәҙәниәт йорто етәксеһе