Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
30 Декабрь 2025, 16:46

Егеттәр рәхмәт әйтә

Быйыл беҙҙең Яңы Юл ауылы “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашып, муниципаль этапта икенсе урынға сыҡты.

Егеттәр рәхмәт әйтә
Егеттәр рәхмәт әйтә

Бүләккә 50 мең һумлы сертификат тапшырҙылар. Шул суммаға беҙ ауылдаштар, бер тауыштан, Махсус хәрби операцияһында булған яҡташ егеттәребеҙгә кәрәк-яраҡтар алып оҙаттыҡ. Шулай уҡ ауыл халҡы, өҫтәп, аҡса йыйып, Яңы йылға тыуған яҡтан күстәнәстәр ҙә ебәрҙек. Ошо көндәрҙә оҙатҡан ылауыбыҙ яугирҙәребеҙгә барып еткән. Егеттәребеҙҙән рәхмәт сәләмдәре килеп етте. Илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашып, яуҙа йөрөгән ир-егеттәребеҙ тиҙерәк имен-һау тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтһын.
Морат ИСХАҠОВ, Яңы Юл ауылы старостаһы

Автор:
Читайте нас