Күңелебеҙ тулышып, беҙҙе белгәндәргә, ошо ярҙамды йыйырға ярҙамлашҡандарға тыуған яҡтарыбыҙға ҡайнар әсәләмдәр һәм рәхмәттәр яҙып ебәрергә булдым.
Ауылдаштарыма, ауылыбыҙҙың әүҙем старостаһы Рәфис абзый Хөсәйеновҡа, Таймаҫ ауылынан Альбина Зәки ҡыҙына, Илья Михайловичҡа, Раиль Рамазан улына, Альмира Наил ҡыҙына, Нурия Ғәриф ҡыҙына, Фуат абзый Рыҫҡоловтарға ҙур-ҙур рәхмәт.
Беҙҙе онотмай, беҙҙе иҫләп, тырышып, күңел йылығыҙҙы һалып башҡарған эштәрегеҙ, тыуған яҡ сәләмдәрегеҙ беҙҙең өсөн бик мөһим. Беҙ бында, ауылыбыҙҙы, яҡындарыбыҙҙы хәтерләткән берәй бәләкәй генә нимә алһаҡ та шул тиклем шатланабыҙ, ул беҙҙең өсөн мораль яҡтан ҙур терәк, беҙгә көс һәм дәрт өҫтәй.
Өйрәтеп ҡуйылған, ятланған һүҙҙәр түгел, был минең күңел түремдән сыҡҡан ихлас әйткән рәхмәттәрем. Һеҙгә булған рәхмәттәребеҙ был юлдарға ғына һыймай. Һеҙҙең үҙ ваҡытығыҙҙы бүлеп, беҙҙең өсөн тырышып башҡарған эшегеҙ, иғтибарығыҙ минең өсөн бик ҡиммәт.
Яу яланында башҡа егеттәр кеүек тәүге көндән булмаһам да, тыу ил һағында аҙ ғына ваҡыт тороп өлгөрһәм дә, һеҙҙән инде икенсегә ярҙам алып, ҡыуанып ултырам. Барығыҙға ла мең-мең рәхмәт.
Хөрмәтле ауылдаштарым, яҡташтарым һеҙҙең барығыҙҙы ла ихлас күңелдән етеп килгән Яңы йыл байрамдары менән ҡотлап, барығыҙға ла иҫәнлек, һаулыҡ, ғаилә именлеге, эштәрегеҙҙә уңыштар теләп ҡалам! Алла бирһә, киләһе йылда илдәр тынысланып, иҫәнлектә, һаулыҡта осрашырға насип булһын.
Динар Мөрсәлимов