- Ҡулыбыҙҙан килгәнсе егеттәргә ярҙам итергә тырышабыҙ, һәр кемдең яу яланында йөрөгән туғандары, таныштары бар. Шуға күрә, был эшкә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарайбыҙ. Яуға оҙатҡан ярҙамдарыбыҙҙы һанап бөтөрлөк түгел, аҡсалата ла, техника, материалдар менән дә ярҙам итеп торабыҙ. Әле бына яугирҙәргә сираттағы ярҙам булыр тигән уй менән, ошондай шәп мейестәр әҙерләнек. Был мейестәрҙе эшләү идеяһын күптән уйлап йөрөй инек. Эшебеҙҙән артып ҡалған материалдарҙан бик ҡулай, теләгән ергә урынлаштырып булған мейестәр иретеп йәбештерҙек. Улар егеттәргә файҙа килтерер, өшөгәндә йылытыр, шулай уҡ уларҙы йылы ризыҡ менән тьәмин итер, тигән уйҙа ҡалабыҙ, - ти компанияның алдынғы слесары Азат Йыһаншин.
Оҫта ҡуллы егеттәр эшләгән бик ҡулай мейестәр тиҙҙән яу яланына юлланасаҡ, улар егеттәрҙең һалҡын блиндаждарын йылытып, Еңеүгә көс, хәл, дәрт өҫтәр тип ышанып ҡалабыҙ.