Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
22 Февраль , 11:22

Ауылыма ҡайтһам, аптырап киттем

Был турала Махсус хәрби операцияла булған улым Илдарға ла шылтыратып һөйләнем. 

Ауылыма ҡайтһам, аптырап киттем
Ауылыма ҡайтһам, аптырап киттем

Һаумыһығыҙ, “Юшатыр”ҙар! Һеҙҙең аша йөрәгемдән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәремде еткергем килә. Өс көн Күмертауҙа балаларымда булып ҡайттым.

Ауылыма ҡайтһам, аптырап киттем, ҡыйыҡтан ҡар төшөп ишек алдымды тултырған. Ишекте саҡ асып керҙем өйөмә. Кереп кенә ултырһам, күршем Лена Исҡужина көрәк тотоп килеп еткән. “Бар, инәй, һин кер, ә мин ҡар көрәйем”, - тине лә ҡарымды көрәй ҙә башланы. Ҡараһаҡ, уҡытыусы Әҡлимә Вилданова ла уҡыусылары менән көрәктәрен тотоп килеп тә еттеләр. Күмәкләшеп, тиҙ арала минең ишек алдын күмгән ҡарҙы көрәп тә бөттөләр. Аш-һыу ултыртып, ярҙамсыларымды сәйгә саҡырайым тиһәм, эште бөтөрөп ҡайтып та баралар. Ярҙамдары өсөн Лена күршемә, уҡытыусы Әҡлимәгә һәм уҡыусы балаларға ҙур рәхмәттәремде еткерә. Уларҙың барыһына ла уңыштар теләйем, иҫән-һау булһындар. Был турала Махсус хәрби операцияла булған улым Илдарға ла шылтыратып һөйләнем. Рәхмәт, балаҡайҙар. Донъялар тыныс, ә үҙебеҙ имен булайыҡ. Сәриә НУРИЕВА Илкәнәй ауылы

Автор:
Читайте нас