Гөр килеп йәшәйбеҙ

Көйөргәҙе ауылы клубы мөдире Рәзилә Баимова етәкселегендә Махсус хәрби операциялағы яугирҙәребеҙ өсөн биш маскировка селтәрҙәр үрҙек

Гөр килеп йәшәйбеҙГөр килеп йәшәйбеҙ
Гөр килеп йәшәйбеҙ

Сетка үрергә ҡатын-ҡыҙҙар бик әүҙем йөрөнөләр. Араларында яуҙа ғәзиз улдары һәләк булғандарҙың, хәбәрһеҙ юғалған һәм әлеге ваҡытта МХОла йөрөгәндәрҙең әсәләре лә булды. Көйөргәҙе, Үрге Баба ағинәйҙәре актив ҡатнаштылар, шулай уҡ эштәре ауыр булһа ла һауынсыларыбыҙ ҙа ситтә ҡалманылар. Барыһына ла ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ, аяҡ-ҡулдары һыҙлауһыҙ булһын. Һалдаттарыбыҙ өсөн ярҙам әҙерләү өсөн Көйөргәҙе, Үрге Баба халҡы һәм Үрге Баба мәсете имамы Кинйәғолов Әхтәм Әмин улы менән бергәләп дәррәү генә аҡса йыйҙыҡ. Йыйылған аҡсаларға Рәзилә Янар ҡыҙы тормош иптәше Мөхәрәм Вәлиулла улы менән сүкеш, ҡаҙаҡ, бысҡы, нәскиҙәр, таҫтамалдар һәм башҡа бик күп кәрәк-яраҡ әйберҙәр һатып алып ҡайттылар. Шуларҙы посылкаларға тултырып, Яҡшымбәт ауыл биләмәһенә алып тапшырып та ҡуйҙылар.
Ауылыбыҙ бәләкәй генә булһа ла гөр килеп йәшәйбеҙ. Каникул ваҡытында Рәзилә Баимовабыҙ Көйөргәҙе менән Үрге Баба ауылдарының 30 балаһын йыйып матур сара үткәрҙе.

Фәүриә ЙОСОПОВА, Үрге Баба ауылы

Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас