Денис улыбыҙҙы күреп, сәләмдәребеҙҙе еткерҙеләр

Улыбыҙға сираттағы ярҙам барып етте. Шул ҡыуанысыбыҙ менән уртаҡлашып, рәхмәттәребеҙҙе “Юшатыр” гәзите аша юлларға булдыҡ.

Денис улыбыҙҙы күреп, сәләмдәребеҙҙе еткерҙеләрДенис улыбыҙҙы күреп, сәләмдәребеҙҙе еткерҙеләр
Денис улыбыҙҙы күреп, сәләмдәребеҙҙе еткерҙеләр

Күмертау ҡалаһынан Валерий Рахман исемле эшҡыуар яу яланында хәрәкәт итеү өсөн бик кәрәк булған өр-яңы мотоцикл, уға өҫтәп каска, запас частәр, бер газель тулы ризыҡ-түлек юллаған. Уға ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ, эштәрендә уңыштар, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Ауылдаштар ҙа сираттағы ылау юлланасағын белгәс тә, был изге эшкә әүҙем ҡушылды. Тормош иптәшем Булат, киленебеҙ Азалия менән бергә өй ризыҡтары бешереп һалырға тырыштыҡ. Рәйлә инәйе, ауылдаштары Надир менән Альбина Хәйбуллиндар ҙа һәр саҡтағыса тәмле ризыҡтарын йәлләмәне, ҡулдарынан килгәнсе ярҙам туплап, ылауға тейәнеләр. Уларға лә ҙур рәхмәт, аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ булһын, изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә меңләтә әйләнеп ҡайтһын. Колхозыбыҙ председателе Рәмил Ғиниәт улы Мостафинға ҙур рәхмәт, ылау туплауға улар ҙа ҙур көс һалды.
Ошо ылауҙы түкмәй-сәсмәй, улыбыҙҙың ҡулына алып барып тапшырған кешеләргә лә рәхмәтебеҙ. Ылауҙы колхозыбыҙ хеҙмәткәре Ришат Аҙнабаев һәм депутатыбыҙ Азат Кинйәғолов оҙата барҙы. Улыбыҙҙы күреп, уға тәғәйен күстәнәстәрҙе шәхсән ҡулына тоттороп, ҡайнар сәләмдәребеҙҙе еткереп ҡайттылар, рәхмәт.

Фирүзә Арыҫланова, Ҡотлоюл ауылы

Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас