Асман сигенә белмәй

Күмертау ҡалаһының ветерандар Советына бәләкәй патриоттарыбыҙ МХО-лағы яугирҙәребеҙгә ярҙам итеү маҡсаты менән шәхси йыйған аҡсалар, посылкалар алып килә.

Асман сигенә белмәйАсман сигенә белмәй
Асман сигенә белмәй

Шул маҡсат менән йәш Шайморатовсы - Рахманғолов Асман штабҡа бер нисә тапҡыр ярҙам алып килгән. Ул МХО-һы яугирҙарына ярҙам итеүҙе үҙенең бурысы тип һанай. Асман М.Ғ. Рәхимов исемнәдәге 3-сө һанлы БРГИ-ла 8 класта уҡый. Бик талантлы малай төбәк-ара, республика һәм халыҡ-ара конкурстарында күп тапҡыр еңеүсе һәм призер. Бына уларҙың ҡайһы берҙәре. Асман - "Зәйнәб Биишеваның тормошо һәм ижады" ижади проекттар конкурсында еңеүсе, "Урал батыр" көнөнә арналған "Халыҡ мираҫы" республика конкурсы призеры, "Кинйә Арыҫланов - Башҡортостан тарихында легендар шәхес" номинацияһында еңеүсе, финалсы, "Туҡай көйҙәре" бөтә Рәсәй уҡыусылар конкурсының 2 - се дәрәжә лауреаты, "Мин-уҡыусы - 2026" республика асыҡ әҙәби конкурсында йылда Өфөлә үткәрелеүсе “Китап-Байрамы” халыҡ-ара китап күргәҙмәһендә 1-се урын алыусы.
Был Асмандың ҡаҙаныштарының бик бәләкәй өлөшө генә. Ул күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнә, унда хеҙмәт һәм тырышлыҡ тәрбиәләү ҙур өлөш ала. Ғаиләләге ныҡлы, ышыныслы танырҙай кешеләр, ярҙам һәм яҡындарға һөйөү тик яҡшыға ғына өйрәтә уны. Олатай - өләсәйҙәрҙең, ата-әсәләрҙең эштәре өлгө булып тора.
Йәш шайморатовсыға уҡыуында, йәмәғәт эштәрендә артабан уңыштар теләйбеҙ. Һайланған юлы уңышҡа ғына алып барһын, сөнки Шайморатовсыларҙың девизы:"Салауат тоҡомдары сигенә белмәй!"

Автор:
Читайте нас