

Тыныс тормошта тап булышһалар «Сәләм, хәлдәр нисек?» тип кенә, ҡул бирешеп үтеп китерҙәр ине, моғайын. Ә бында, һуғыш барған ерҙә, күрешеү... Һүҙ менән генә һөйләп аңлатырлыҡ түгел, бер-береһенә терәлеп кенә ятҡан ауылдарҙан бит улар, бер һауаны һулап, бер үк һыуҙар эсеп, бер үк ҡыҙҙарҙы яратып йөрөгән егеттәр!
15 кенә минут дауам иткән Илдус (Призрак) менән Айнурҙың (Малой) күрешеүе, ошо 15 минут эсендә нимәләр уйлап, ниҙәр кисереп өлгөрҙөгөҙ, ир-аттар?
Теләк һеҙгә бер генә: имен-аман булып, тиҙерәк Көйөргәҙе буйҙарына ҡайтып, Тыуған ерҙәрҙә күрешешеп йәшәргә яҙһын һеҙгә!