Иҫән ҡайт, ҡустым

Һине бында өс балаң, Ләйсәнең көтә.

Иҫән ҡайт, ҡустымИҫән ҡайт, ҡустым
Иҫән ҡайт, ҡустым

Валера бәләкәй сағында уҡ шуҡ бала булды, отҡор, һәр нәмә менән ҡыҙыҡһыныусан. Тыуған ауылы – Молокан, унан әллә ҡасан уҡ күсеп китһә лә, һаман ауыл малайы ул, тыуған яҡтарына юлды онотмай, бында уның атаһы, күрше Ҡунаҡбайҙа әсәһе ята.

Ике милләт, ике дин йөрөткән ғаиләлә тыуған Валера. Үҫеп, әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас, өйләнде, өс балаға ғүмер бирҙе. Бала сағындағы холҡо шул килеш ҡалды – йәшәргә ынтылышы. Тик тормаҫ, нисек тә донъя көтөргә, мал табырға, ғаиләне ҡарарға тип гелән йүгереп йөрөр булды.

Бер ваҡыт:

- Абзый, мин яуға китәм,- тине.

Күптән үк ир ҡорона ингән, тормош асылын аңлаған кешегә, ниңә бараһың, фәлән-төгән тип әйтеүе,  уны дүндерергә тырышыуы артыҡ.  Шулай тип хәл иткән икән, тимәк, шулай кәрәк.

Әле ул юлда. Ярты йыл хеҙмәт итеп өлгөрҙө инде Валера, ялға тип, ҡайтып килә. Уны бында өс балаһы, Ләйсәне, Молоканы, Күмертауы көтә.

Автор:
Читайте нас