

Әммә ул барыбер беҙҙеке. Берҙән, Аллабирҙе ауылын сит ауыл тип әйтергә тел әйләнмәҫ, икенсенән, Руфина беҙҙә күптән эшләй, район хакимиәтендә төрлө вазифаларҙы биләне.
Әле, уның эшмәкәрлеген, дәртен, әлбиттә, оҫталығын да иҫәпкә алып, яңы эш тәҡдим иткәндәр - райондағы "Ватанды һаҡлаусылар" фонды координаторы урынын. Был вазифала уға тиклем Анастасия Николаева (Михайловка ауылы) эшләне, Анастасия Сергеевна был эштән киткәс, күптән түгел генә, Филиза Фәйзуллинаны (Шәбағыш) тәғәйенләгәйнеләр, тик Филиза тағы ла яуға тип ҡуҙғалған (имен генә йөрөп ҡайтырға яҙһын һиңә) һәм был мөһим, әлеге тормошта күптәргә кәрәк координатор урыны бушап ҡалған.
Өс ҡатын – өс яҙмыш тигәндәй, төрлөһө төрлө йәштә, төрлө төҫтә булһалар ҙа, уларҙы һуғыш бәйләй. Настяның ире яуҙа, Филиза үҙе, ә Руфинаның тормош иптәше һуғышта йөрөй.
Тиҙҙән яңы етәксегә, әйткәндәй, яңы эш урыны булдыралар (элекке Уралсиб бинаһында, Ермолаево ауылы, Калинин урамы), беҙ Руфинаға уңыштар, иң мөһиме, яратҡанының үҙе һәм балаһы янына иҫән-һау ҡайтыуын теләнек.
Ошо темаға алдараҡ: Ул булмаһа, кем булһын