Барыһы ла Еңеү өсөн
5 Августа , 02:39

Егеттәр һуғышып йөрөгәндә өйҙә нисек тыныс ултыраһың инде?

Асыҡ йөҙлө, тыныс холоҡло, йөҙөнән бер ваҡытта ла йылмайыу китмәй. Ҡарап тороуға утты-һыуҙы кискән, күпте күргән тип һис тә уйламаҫһың. Ә күңелендә йөрәкте тетрәндергес күпме ваҡиғалар һаҡлана. Көйөргәҙе районының Кинйәбай ауылынан Рузит Әхмәтов ул. Хәрби позывнойы – «Әхмәт». Күптән түгел яугир редакциябыҙҙа ҡунаҡта булып, уй-кисерештәре менән уртаҡлашты.

Егеттәр һуғышып йөрөгәндә өйҙә нисек тыныс ултыраһың инде?Егеттәр һуғышып йөрөгәндә өйҙә нисек тыныс ултыраһың инде?
Егеттәр һуғышып йөрөгәндә өйҙә нисек тыныс ултыраһың инде?
– Махсус хәрби операция башланғас, мине алмай ҡалдырғайнылар. Егеттәр һуғышып йөрөгәндә өйҙә нисек тыныс ултыраһың инде?! – тип башланы ул һүҙен.
2024 йылдың октябрендә хәрби комиссариат аша контракт төҙөп, махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Дүрт көнлөк әҙерлек үтә лә Покровск йүнә­лешендәге 55-се полкта штурмлаусы булып хеҙмәтен башлай.
Ғүмере ҡыл өҫтөнә ҡалған мәлдәрҙе иҫәпләп тә бөтөрөрлөк түгел. Яугирҙың үлем менән күҙгә-күҙ ҡарашып торған саҡтары ла, «һуңғы һулышымдыр» тигән минуттары ла аҙ булмаған. Яңы ғына кеүек барыһын да күҙ алдынан бермә-бер үткәреп, хәтер йомғағын һүтте. Ул һөйләгәндә беҙҙең дә күҙебеҙҙән йәш эркелде.
Күп хәрби задание үтәргә тура килә яугирға. Ҡайһы берҙәре һаман да онотолмай, әлегеләй күҙ алдында, ти ул.
...«Әхмәт» ҡушылған хәрби за­даниеға отряды менән юллана. Координата күрһәтелгән, ҡулда – карта, бараһың да бараһың. Алда – ултыртылған ағаслыҡ. Уға тиклем ни бары илле метр самаһы. Тик шул арауыҡты үтә алмайҙар, дошман дрондары өҙлөкһөҙ һөжүм итә, минометтар бомбаға тота. Яугирҙар еме­релгән ике ҡатлы бинаға инеп йәшенергә мәжбүр була.
– Шул саҡта инде, бөтәбеҙ ҙә бында ятып ҡалабыҙ икән, тип уйланыҡ. Хатта кәләшемә хушлашыу видеоһы ла ебәргәйнем... – ти Рузит.
Сығыу юлын табалар. Отрядты алып сыҡҡанда бомбаға тоталар, бер егеттең ҡулы өҙөлә. Рузиттең ике аяғы яралана, күкрәгенә ярсыҡ ҡаҙала. Шуға ҡара­маҫтан, иптәшенә жгут һалып, уны күтәреп алып сыға.
Юлда улар бәләкәй генә мөгәрәпкә йәшенә. Дошман дрондары туҡтамай. Был юлы инде бомбаларҙы мөгәрәп өҫтөнә ташлайҙар. Стеналар ишелә башлай. Ер аҫтында тереләй күмелергә лә күп ҡалмай.
«Мине ҡалдырып китегеҙ, үҙем сыға алмайым», – ти яралы егет.
– Мин уның автоматын үҙемә алдым да, егетте күтәреп алып сыҡтым. Ишекте саҡ астыҡ, тупраҡ күмгәйне, – ти Рузит.
Бер йортҡа барып етәләр. Унда тағы өс-дүрт көн сыҡмай ятырға тура килә. Һуңынан медиктарға барып етәләр.
– Үҙем яралы булһам да, егетте алып сыҡтым. Аллаға шөкөр, иҫән ҡалды, – ти ул.
Ул егет – Тыва Республикаһынан. Бөгөн дә Рузиткә хат яҙып тора, рәхмәт әйтә. Уның ҡулы ауыр йәрәхәтләнһә лә, табиптар һаҡлап ҡала алған.
– Башҡа бомба яуа башлаһа, белмәгән доғаларҙы уҡый башлайһың. Ҡасандыр ҡолаҡ осо менән генә ишеткән һүҙҙәр үҙенән-үҙе хәтергә төшә. Һуғышта һәр секунд ғүмереңде хәл итә. Тиҙ генә уйлап өлгөрөргә тейешһең. Заданиела булғанда ҡайҙа йәшенергә икәнен алдан ҡарап бара торғайным. Дрон сыҡһа, ҡайҙа йүгерәсәгемде белә инем. Ә ҡайһы берәүҙәр күккә генә ҡарай ҙа, ҡурҡып бара. Паника башлана...
Аяҡ аҫтығыҙҙы ҡарағыҙ. Бәләкәй генә таш та, сүп өйөмө лә – йәшенергә урын. Һәр нәмә ғүмерҙе һаҡлап ҡала ала, тип йәштәргә кәңәшемде лә бирә тор­ғайным, – ти яугир. Был күптәрҙең ғүмерен һаҡларға ярҙам иткәндер, моғайын.
Күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, һәр ваҡыт йылмайып йөрөүе, бәлки, Рузитҡа иҫән ҡалырға ярҙам иткәндер.
– Беҙҙе дрондар өҙлөкһөҙ бомбаға тота. Бер мөйөштә өсәү ултырабыҙ: мин, Татарстан егете Рәфис, тағы бер башҡорт. Анекдот һөйләшәбеҙ. Мин бит кеше кеүек кенә көлмәйем, хахылдап көләм. Командир килеп: «Һеҙ нимә, баш­ҡорттар? Бында кешеләр үлергә әҙер­ләнеп илап ултыра, ә һеҙ рәхәтләнеп көләһегеҙ», – ти. Мин уға: «Ни эшләйек һуң? Илап үлергәме, көлөпмө? Мин көлөп үлеүҙе һайлайым», – тинем.
Башҡа­ларҙың да шулай кәйефен күтәреп, иҫән ҡалыуға өмөтөн уятырға тырыша. Шаяртһа, иптәштәренең дә йөҙөндә йылмайыу күренә.
Ә һуңынан подразделениела: «Әхмәт» заданиеға китһә, ҡайта ул», – тигән һүҙ ҙә тарала.
Ул һөйләгәндә махсус хәрби операцияла кешенең рухын һындырмау ҙа мөһим икәнлеген аңлайһың.
– Һуғышта үҙең өсөн ҡурҡмайһың. Ә эргәңдәге кеше өсөн йөрәгең өҙөлә. Яраланған иптәшең ярҙам 
һорап ятһа, бигерәк тә ауыр. Үҙеңдең яраланғаныңды ҡайһы саҡта һиҙмәйһең дә, – ти яугир.
Заданиеға сығыр алдынан егеттәрҙең ҡайһы берҙәре бейеп тә ала икән, бәғзеләре иҫтәлеккә видеоға төшөрә. Һуңынан уларҙы өйҙәгеләренә ебәрәләр. Күптәрҙең һуңғы видеолары шулай тороп ҡала. Рузит иң ауыр юғалтыуҙың нимә икәнен белә.
– Командирҙар: «Бер-берегеҙгә ныҡ өйрәнмәгеҙ, һуңынан айырылышыуы бик ауыр», – тип әйтһә лә, был мөмкин түгел. Бер окопта ятып, бер һауыттан ашаған, бергә ут эсенән сыҡҡан кешеләр ят булып ҡала аламы инде?! Ул һиңә хатта туғаныңдан да яҡыныраҡ булып китә. Был – яуҙа сыныҡҡан дуҫлыҡ. Ҡан менән яҙылған дуҫлыҡ. Иң ауыры – шундай кешене юғалтыу, – тип һөйләгәндә Кинйәбай егетенең тауышы бер аҙ әкренәйә.
Ауыр яраланғандан һуң, Рузиткә «ваҡытлыса хеҙмәткә яраҡһыҙ» тигән категория бирелә. Башҡортостанға ҡайтып, хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙы эҙләү эшенә йәлеп ителә.
– Күптәр шунда уҡ часҡа ғына шылтырата. Ә бит госпиталдәрҙә аңһыҙ ятҡан яугирҙар бар. Контузия алған кеше үҙенең кем икәнен дә белмәй. Туғандарын, балаларын танымай. Шуға күрә һәр ваҡыт: «Госпиталдәрҙән дә эҙләгеҙ», – тип әйтә торғайным, – ти ул.
Уның хәтерендә бер яугир айырыуса ныҡ һаҡлана: ике йылдан ашыу госпиталдә ята, ҡатынын хәтерләй, ә балаларын бөтөнләй иҫләмәй. Махсус хәрби операцияға нисек киткәнен дә онотҡан. Һүҙҙәрҙе лә ҡабаттан өйрәнгән кеүек, яңынан һөйләшә башлаған. Рузит бөгөн дә ошондай яҙмыштарҙы иҫенә төшөргәндә ауыр көрһөнөп ҡуйҙы.
– Контузия – күҙгә күренмәй торған иң ауыр яраларҙың береһе, – ти ул.
«Әхмәт»тең һуңғы вазифаһы – кесе сержант, взвод командирының штаттан тыш урынбаҫары. Әле ул һаулыҡ торошо буйынса хеҙмәттән бөтөнләй азат ителгән. Күкрәгендә ярсыҡ йөрөтә, ҡолаҡтары насар ишетә, берәүһенә аппарат ҡуйҙырырға йөрөй. Инвалидлыҡ юллау өсөн төрлө комиссия үтә. Әммә зар­ланмай, мөләйемлеген һаман да юғалтмай, йылмайып ҡына һөйләшә. Бер аҙ өндәшмәй тора ла өҫтәй:
– Иң ауыры – ҡайһы бер яугирҙарҙы өйҙә көтмәүҙәре... Ә фронтта һин уның менән бер окопта ултыраһың, һуңғы икмәгеңде бүлешәһең. Кеше өсөн иң ҙур терәк – уны көткән йорт. Шуға күрә һәр яугирҙы өмөт менән көтөргә кәрәк...
Ғаиләһе – уның өсөн ныҡлы терәк. Рузитте ҡатыны Регина менән өс улы көтөп алған. Балалары барыһы ла Күмертау­ҙағы Мортаза Рәхимов исе­мендәге 3-сө Республика башҡорт гимназияһында уҡый. Бишенсе класҡа күскән Алмас менән туғыҙынсыға барған Данил көрәш менән шөғөлләнә, уртансыһы Риназ – VII класта.
«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондына бик рәхмәтле. Ниндәй һорау менән мөрәжәғәт итһә лә, ярҙам күрһәтәләр.
– Махсус хәрби операция тиҙерәк бөтөп, егеттәр иҫән-һау өйҙәренә әйләнеп ҡайтһын. Уларҙы ғаиләләре көтөп алһын, – тип һүҙен тамамланы яугир.
Һуғыш яралары тәндә генә түгел, күңелдә лә ҡалһа ла, Рузит Әхмәтовтың рухын һындыра алмаған. Ул бөгөн дә тормошҡа яратып, йылмайып ҡарай, яңы уй-хыялдар менән алға ынтыла.
Гөлназ Шәйхетдинова
Автор:
Читайте нас