

Был сараны Түңәрәк өҫтәл тип атанылар. Һуғышта йөрөп ҡайтҡан һалдаттар күп кенә килгән, кемеһелер ныҡ зәғиф. Төп тема, әлбиттә, улар булды ла - яу уттары аша үткән егеттәр.
Әлеге үҙҙәре ултырған Үҙәк нисек эшләй, СВО ветерандары Ассоциацияһы эшмәкәрлеге, Ғаилә үҙәге ярҙамы, мәшғүллек үҙәгенең ветерандарҙы эшкә урынлаштырыу буйынса күрһәткән булышлығы һәм башҡа, быларҙан тыш, спортҡа, социаль өлкәгә ҡағылған темалар күтәрелде.
Ил башлығы ла, республиканыҡы ла күптән һуғыштан ҡайтыусыларҙы ҡаршы алырға бөтәбеҙ ҙә әҙер булырға тейешбеҙ тип сығыш яһай. Уларҙың ошолай тип әйтеүенән дә яҡшы мәғәнә табырға тырыштыҡ - бөтәме икән әллә?
Был Түңәрәк өҫтәлдә булғанда ла бер теләк бер туҡтауһыҙ башта әйләнде: эх, ҡырылыш тиҙерәк бөтһөн дә, улдар бөтәһе лә иҫән-һау ҡайтып, бына бындай өҫтәлдәрҙә түгел, ә мул табындарҙа, балалары, ҡатындары, ата-әсәләре менән йырлашып ултырһын ине.
Алдараҡ: Путин призвал заранее готовиться к возвращению военных из зоны СВО