

"Ремтранспорт" ойошмаһы эшселәре был ГАЗ-Егерьҙың бөтөн ерен ентекле ҡарап-тикшереп, ремонтланы. Егеттәр эшкә тотонғансы, машинаның хәле бигерәк ауыр ине, коробкаһы эшләмәй, багы тишек, уттары янмай...
Бөгөн эштәрен тамамланылар, Юлай Рәфҡәт улы руль артына үҙе ултырҙы, ҡала буйлап елдереп килде, Егерь, ремонттан һуң, үҙен нисек тоя, депутат шуны тикшерҙе - алам-һалам, эшкинмәгән машинаны ундай ергә ебәреп булмай.
Лиман йүнәлешендә "һуғышасаҡ" был машина...
Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә биреләсәк.
Алдараҡ: Жигули һуғышҡа китте