Барыһы ла Еңеү өсөн
23 Сентября , 10:09

Ирһеҙ дүрт йыл

Өлөшләтә мобилизация иғлан ителеүгә тап ошо сама ваҡыт үтте.

Ирһеҙ дүрт йылИрһеҙ дүрт йыл
Ирһеҙ дүрт йыл

2022 йылдың ҡара көҙө беҙҙең тарихта мәңге ҡаласаҡ, хатта кемдеңдер улы, ире яуға китмәһә лә, был кешенең дүрт йыл элек булған хәлдәрҙе онотаһы юҡ.

Ҡап-ҡара кис тип иҫтә ҡалған. Ямғыр ҡойҙо. Яңы Морапталдан шылтыраттылар: беҙ юлға сыҡтыҡ, Тау колледжы янына киләһегеҙме? Бармаған ҡайҙа! Торараҡ көн йылытып ебәрҙе, ҡояш сыҡты (был ҡара көндәр ҙә оҙаҡҡа һуҙылмаҫ кеүек ине, тиҙҙән барыһы ла кире үҙ ағышына ҡайтыр, тип өмөт иттек) һәр оҙатыу сараһында булырға тырыштыҡ. Йәшерене юҡ, илап ҡайтҡан мәлдәр күп булды - туйға китеп бармайҙар.

Күп егеттәребеҙ башын һалды, ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын, күп күҙ йәштәре түгелде, был дүрт йыл эсендә нимәләр генә кисерелмәне, түҙһә лә түҙә икән әҙәм балаһы. Ғәзиз кешеһен юғалтҡан һәр береһенә Хоҙай сабырлыҡтан, һаулыҡтан айырмаһын, башҡаса ҡайғылар бирмәһен.

Иҫән-һау булған һалдаттарыбыҙҙың тиҙерәк ҡайтыуын көтәбеҙ. Ирһеҙ, улһыҙ, атайһыҙ дүрт йыл, тәҙрәнән күҙен дә алмай, ышаныстарын ҡуш усына ҡыҫып, көткән әсәләр, ҡатындар, балалар! Өмөттәрегеҙ аҡланһын ине.  

Автор:
Читайте нас