Барыһы ла Еңеү өсөн
7 Октября , 10:00

Бүтән китмәҫкә ҡайт

Ул һуғыштың тәүге йылынан бирле ут эсендә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бүтән китмәҫкә ҡайтБүтән китмәҫкә ҡайт
Бүтән китмәҫкә ҡайт

Көйөргәҙе районы Яманһары ауылы егете, офицер, Илдар, 2022 йылдың 20 октябрендә мобилизация менән китте һуғышҡа. 

Был замандан күпме һыуҙар аҡты, Илдарҙың балалары тағы ла ҙурыраҡ булып үҫте. Ул һуғышҡа китеп, ярты йыл үткәс, тормош иптәше шулай тигәйне:

- Тормош иптәшем мобилизацияға тиклем фермерлыҡ менән шөғөлләнә ине. Малдарҙы бик күп тотабыҙ. Хәҙер инде барлыҡ хужалыҡ эштәре минең иңемә ятты. Әммә туғандарыбыҙ, мөмкин тиклем, ярҙам ҡулы һуҙып торалар. Уларға мең рәхмәтлебеҙ.
Ҡыҙҙарыбыҙ аталарын бик һағына, тиҙ арала еңеү менән ҡайтып етеүен түҙемһеҙлек менән көтәләр. Аталарына арнап, матур һүрәттәр төшөрөп тә ҡуйҙылар.

Был ваҡыттан бирле нисәмә һүрәттәр төшөрөлөп, нисәмә төрлө уйҙар аша үтергә тура килгәндер. Илдар бына, яҙған булғас, ялға тағын ҡайтҡан. Тағы ла уны бөтөн туған-тыумаса, крше-күлән оҙатырға сыҡҡан:

- Инде бүтән китмәҫлек итеп, иҫән-һау йөрөп ҡайт инде, Илдар. 

Автор:
Читайте нас