

Гармун менән баян. Тормошта моңһоҙ йәшәп булмай, бигерәк тә, ауыр саҡтарҙа йыр кешегә шәп таяныс, ә инде һуғыш тураһында һүҙ алып барғанда, нимәһен әйтәһең, йыр һалдатҡа өҫтәмә көс, йәшәүгә ынтылыш бирәлер, моғайын.
Был инструменттарҙа уйнар егет тегендә, әлбиттә, табылыр. Гармундарҙы оҙатҡанда беҙҙең йырсы ла, баянсы ла Айҙар Хөснөтдинов "Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын" көйөн һуҙҙы.
Улдарын көткән әсәләр бик күп (хатта хәбәрһеҙ юғалды тигәненә лә ышанмай, уттарын һүндермәй, көтәләр).
Ошо гармундарҙың күректәрен, өҙә яҙғансы тартып, иҫән-һау ҡайтырға булһын һеҙгә, малайҙар!