Студенттар, әлбиттә, быныһын әлегә белмәй, олораҡ, тәжрибәлерәк апай-ағайҙарынан һорағандар. Бындай апайҙары араһында Көйөргәҙе районы хакимиәтенән Лена ҒӘББӘСОВА ла булған.
Оҙаҡ йылдар эшләй ул хакимиәттә, шуға аҡты ҡаранан айыра белә. Һәр һорауға тәфсирле яуап биргән.
- Дәүләт хеҙмәтендә эшләүе рәхәтме?
Бер рәхәттең - бер ҡыйыны, үҙ практикаһынан сығып, йәштәргә эштең асылын аңлатырға тырышҡан. Бер ҡараһаң, рәхәт һымаҡ, икенсе тапҡыр ҡараһаң.... барыһын ташлап, сығып ҡасҡы килә.
- Аҡсаны күп түләйҙәрме?
Ул күпме булһа ла етмәй, шулай ҙа, был йәһәттән, рәнйетмәйҙәр, йәшәргә була.
- Ә бер юлы ике эштә эшләргә буламы - хакимиәттә һәм ҡайҙалыр икенсе ерҙә?
- Һин үҙеңде дәүләт эшенә бағышлағанһың икән, йәнең-тәнең менән ошо хеҙмәткә бирелергә тейешһең, икегә ярылып йөрөр булһаң, аҡ йорттарҙан арыраҡ торорға кәрәк.
Йәш-елкенсәк шулай инде, әлегә барыһын да еңел уйлай: аҡ йорттарҙа эшләһәң, яҡты, таҙа кабинеттарҙа, ҡәһеүә эсеп, матур кәстүмдәр кейеп, фотоға төшөп тик йөрөһөң, барыһы ла һинең ауыҙыңа ғына ҡарап тора, ҡайҙа барһаң да өҫтәл тулы һый көтөп тора...
Йәштәр яуаптарҙан ҡәнәғәт ҡалған, дәүләт хеҙмәтендә эшләргә тип уҡыған егет-ҡыҙҙарҙың, был осрашыуҙан һуң, фекерҙәре нығынғандыр - киләсәктә чиновник булырғамы, юҡмы?