

Быныһы беҙҙең ҡараш. Район үҙе генә булдырған премия - Б. Бикбай премияһы, ә мәртәбәһе ниндәй - уны алам тип тырышҡандар күбәйгәндән күбәйә. Бәхет, әлбиттә, һәр кемгә тәтемәй, "бөйөктәр" һуңғы йылдарҙа айырыуса күбәйҙе, шулар араһынан, бар, табып ҡара һин ысын талантты.
Тапҡандар. Руша апай Солтанғолова быйыл Бикбай премияһы лауреаты булды. Уның был премияһы күптән барҙыр тип йөрөгән көн ине. Р. Солтанғолова кисә иң бәхетле кешеләрҙең береһе булғандыр. Хәйер, бәхет өсөн күкрәккә мотлаҡ нимәлер тағырға, ҡулға нимәлер тоторға тимәгән, шулай ҙа бындай юғары баһа алыуы, яҡташтарыңдың һине онотмауы (шағирә бит ул - хис кешеһе) икһеҙ-сикһеҙ бейеклеккә осҡанда ҡанаттарға көс бирәлер.
Мин бәхетле, аҡ донъяны
Әсәй миңә бүләк итте.
Зәңгәр күктән шаян ҡояш
Наҙлап йылы нурын һипте.
Мин бәхетле, аҡ донъяла
Тик уңыштар миңә юлдаш.
Рәхәтләнеп йырҙар һуҙам,
Йырсы ҡоштар миңә моңдаш.
Ниндәй рәхәт ерҙә йәшәү,
Туғандарым янда булғас.
Күңел үҫә, ҡанатлана,
Мөхәббәткә, наҙға тулғас.
Бәхетлемен, мин бит әсәй,
Ике улым - ике ҡанат.
Наҙлы ҡараштары аша
Торалар бит серле ҡарап.
Бәхетлемен, янымда бит,
Парлап осор йән дуҫым бар.
Беҙ осабыҙ зәңгәр күккә,
Икһеҙ, сикһеҙ бейеклеккә.