Бигерәк тә мәктәп директоры тураһында һүҙ барғанда. Мәсьәләнең төбөнә төшмәгән кеше өсөн, директор ҡултыҡ аҫтына папка ҡыҫтырып, матур кәстүм кейеп, дәүләт машинаһында ғына елдереп йөрөй торған кеше кеүек күҙ алдына баҫалыр. Ә ысын тормошта... Был вазифанан әле уттан ҡасҡандай ҡасалар. Керәүле мәктәбенә, ана, әллә күпме ваҡыт директор таба алмай бер булдылар. Шуға кисә, беҙҙең ике директорҙы ҡотлағандарында, шатлыҡтары беҙгә лә килеп ҡағылды.
Яҡшымбәт мәктәбе менән Яңы Таймаҫ гимназияһы директорҙары Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
"Халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, тарихын үҫтереүҙә, йолаларға, телгә һөйөү тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн" тип маҡтап бирҙеләр. Ә был һүҙҙәргә ошоларҙы ла өҫтәргә була ине: ауыл хужалығы эшсеһен (фермер, агроном, зоотехник...), фән, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт хеҙмәтҡәрҙәрен үҫтергән һәм, ғөмүмән, Кеше тәрбиәләгәнегеҙ өсөн рәхмәт. Түҙемлегегеҙ өсөн рәхмәт.
Ҡотлайбыҙ, Гөлнур Ҡотдос ҡыҙы, Рәис Рузан улы!