"Ил тойғоһо, тыуған ер тойғоһо һәммә кешенең дә күңелен биләп, йәшәүгә көс, илһам биргән иң мөҡәддәс тойғолор ул. Һәр хәлдә, мин ғүмерем буйы Көйөргәҙе ерҙәренә, Кинйәбай ауылын һуғарған Наҡаҫ йылғаһы буйҙарының матурлығынан илһамланып ижад иттем. Ҡәҙерле яҡташтарым! Бәлә-ҡазаларҙан азат булһағыҙ ине. Киләһе йылыбыҙ имен булып, яуҙа йөрөгән, өйөгөҙҙә йүгерешкән балаларығыҙға, үҙегеҙгә именлек теләйем!"
Яңы йылдар менән ҡотлағанда, Тамара апайыбыҙ ошондай теләктәр әйткәйне. Фәрештәләрҙең "Амин" тигән сағына ғына тура килһен ине тип, был теләктәргә беҙ ҙә ҡушылдыҡ. Өмөт һүндермәй, һаман булһа уларҙың тормошҡа ашыуын көтәбеҙ.
...Күп нәмәлә мин дә икеләнәм,
Мөхәббәткә генә ышанам... тигәйнегеҙ, икеләнеүҙәр күбәйгән, зиһендең аңҡы-тиңке булған мәлендә, һөйөүгә, матурлыҡҡа, мәрхәмәткә, миһырбанлыҡҡа булған ышаныс беҙҙе йәшәтә лә инде, ошо хистәрҙән яҙырға яҙмаһын.