Бөтә яңылыҡтар

ҠОТЛО ЗӨҺРӘ

Уйлаһаң, ғәжәп инде, әйтерһең дә, һөйөклө ҡыҙҙарының кем булырын алдан фаразлаған да ошо исемде ҡушҡан ғәзиздәре: Зөһрә. 

ҠОТЛО ЗӨҺРӘ
ҠОТЛО ЗӨҺРӘ
 Хәйер, әсәһе Миңһылыу апайҙың Туйгилде, атаһы Сәлимйән ағайҙың Ҡотлогилде атлы зыялыларҙың вариҫтары булыуында ла ниндәйҙер хикмәт бар түгелме? Туй килде, ҡот килде, тимәк, нәҫел-ырыу тормошона ырыҫ, бәхет өҫтәлеүгә өмөт бар. Шундай ояла ҡанат нығытҡан, исеме есеменә тап килеп, халҡыбыҙ ғорурлығына әүерелгән шағирә-журналист, «Йәншишмә» гәзитенең гәлсәр тамсыһы Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы Ҡотлогилдина хаҡында бөгөн һүҙебеҙ.
Беҙ һәммәбеҙ ҙә шаулап-гөрләп торған мәктәп йылдарын һағынабыҙ. Беренсе тапҡыр Зөһрәнең ташҡа баҫылған исемен бишенселә уҡығанда «Башҡортостан пионеры» (әлеге «Йәншишмә») гәзитендә күрҙем. Ул осорҙа халыҡ гәзит-журнал уҡыуға бик әүәҫ ине. Бәй, төп яңылыҡты еткерә бит улар! Ә «Совет Башҡортостаны» («Башҡортостан») гәзитенең 8 март һанында Зөһрәнең фотоһы менән шиғырҙарын күргәс, шундай матур итеп яҙа алыуына хайран ҡалдым. Күренекле яугир-шағир Шәриф Бикҡол йылы ғына баш һүҙ әйтеп, фатихаһын биргән йәш авторға. Ауылдағы еңгә тейешле кеше лә быға һоҡланыуҙан «аһ» иткән. «Вәт, яҙған, исмаһам! Йәш кенә ҡыҙ үҙе, күҙҙәре шундай моңло, аҡыллы ҡарай», – тине ул.
Зөһрәнең «Буран» тигән шиғыры бигерәк оҡшаны миңә. Үҙе лә буран шикелле ярһыу-сая ҡыҙҙыр, тип уйланып йөрөгәнем дә иҫтә әле.
Артабан юлдар беҙҙе Башҡорт дәүләт университетында осраштырҙы. Әлегәсә матбуғат биттәрендә баҫыла торған шиғыр, хикәйә, мәҡәләләре аша күренекле кеше булып керҙе ул араға. Берәүҙәр: «Ана, теге шағирә ҡыҙ килә», – тиһә, егеттәр араһында: «Гөлйемеш сәскәһенә оҡшаған был һылыу уҡырға мотлаҡ инә инде ул», – тип ебәреүселәр ҙә бар ине.
Юрағандары юш килде, студент сағында Зөһрә ысын мәғәнәһендә университет йондоҙо булып танылды. Уҡыуын да бик шәп алып барҙы, күп уҡытыусы-остаздар уға фән юлынан китеү, шағирә-ғалимә булыу өмөтө бағланы. Өҫтәүенә, «Шоңҡар» әҙәби берекмәһенең әүҙем ағзаһы, шиғыр кисәләренең төп биҙәге булды. Йыр-бейеүгә лә маһир, гармунда, мандолинала, скрипкала оҫта уйнаған ҡыҙҙың был йәһәттән дә сағыу балҡыштар менән һөйөндөрөр дәрт-дарманы етерлек ине. Үҙе лә оҫта йырлаған шағир Сафуан Әлибаев бер шиғыр кисәһенән һуң былай тигәне иҫтә: «Ижад кешеһенә күп яҡлап маһирлыҡ хас нәмә. Бына бөгөн шиғыр уҡып һөйөндөргәне етмәгән, әхирәттәре менән тыпылдата баҫып, башына тәгәстәр ултыртып, «Ҡымыҙ» бейеүен башҡарып та йөрөнө. Шәп, шәп».
Ваҡыт тигәнең елдәй елә. БДУ-ны тамамлар йылды Зөһрә Ҡотлогилдинаны, Рәмил Йәнбәковты «Башҡортостан пионеры» («Йәншишмә») гәзитенә эшкә саҡырып алдылар. Был – ҙур мәртәбә, һирәктәргә генә тейгән бәхет, әлбиттә. Әлеге йәштәр ҙә ышанысты аҡлауға ҙур яуаплылыҡ тойоп, осоп-ҡанатланып редакция мәшәҡәттәренә сумды. Маҡтауға һаран, эшкә үтә етди ҡараған баш мөхәрриребеҙ Миңлеғәле Яҡупов быны тойоп, үҙҙәре юҡ бер йыйылышта былай тине: «Йәш коллегалар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә өмөтлө ҡәләмле, яҙыуға маһир, тырыш итеп күрһәтте үҙҙәрен. Беҙ ҙә, иптәштәр, улар алдында һынатмаҫҡа тырышайыҡ, кәрәк саҡта өлгө күрһәтеп, ярҙамсы булайыҡ».
Әйткәндәй, ул осорҙа коллективта ике Зөһрә исемле ҡыҙ булғанға, яңы килгәнен исем-шәрифенә таянып «Ҡотло Зөһрә» тип йөрөтә башланыҡ. Ысынлап та, күпме ҡот-йәм алып килде ул үҙе менән. Әҙәбиәт һәм сәнғәт, мәктәптәр һәм пионер тормошо, хаттар бүлектәрендә дәртләнеп, илһамланып эшләне! Хатта баш мөхәррир урынбаҫары вазифаһын үтәгәне лә булды. Нәҡ ошо осорҙа гәзиттә «Зөһрә апай мәктәбе» барлыҡҡа килде. «Йәш хәбәрсе мәктәбе»н әйтәм. Был мәктәпте телгә алғанда, беренсе сиратта, шағирә-журналист үҙе әҙерләп әҙәбиәт донъяһына, ҙур матбуғатҡа, бүтән өлкәләге киң майҙанға сығарған илебеҙ күркенә әүерелгән шәхестәрҙе күҙ уңында тотабыҙ. Башҡортостандың киләсәк быуын кешеләрен, шәхестәрен үҫтереүгә һалған хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ Зөһрә Сәлимйән ҡыҙының. Ә командировкаларҙан алып ҡайтҡан мәҡәләләрен уҡып, төрлө осрашыуҙар мәлендәге сығыштарын тыңлау кемдәрҙе генә ҡанатландырманы икән?!
Өҫтәүенә, илһамланып матур-матур шиғырҙар ижад итте йәш белгес. Күптәренә композиторҙар көй яҙып, йырҙары радио, телевидение аша йыш яңғырай башланы. Бөйөк шәхестәребеҙ, сәнғәт оҫталары хаҡында төрлө баҫмаларҙа донъя күргән очерк, мәҡәләләрен төрлө ҡатлам уҡыусылары көтөп алып уҡыны. Сөнки Зөһрә былай бармаҡтан һурып ҡына яҙманы уларҙы. Шәхестең асылын нығыраҡ белеү өсөн артистар менән бергә гастролдәргә сығып китә ине хатта. Ә Зөһрәнең көньяҡтағы ижад йортонан ҡайтыуы үҙе бер байрамға әүерелә. Әллә күпме шиғри күстәнәстәр алып ҡайта унан. Рәхәтләнеп тыңлайбыҙ ят емештәрҙән ауыҙ итә-итә.
Ижад емештәрен туплап йыйынтыҡ итеп сығарыуға ла үтә талапсан ҡараны. Шуға «Уйылам уйҙарымдан» тигән тәүге китабын ҡулға алғас, «Оялам уйҙарымдан» исемен бирергә ине, тип мәрәкәләүселәр ҙә булды.
Йәш дуҫтары – балаларҙы, үҫмерҙәрҙе лә онотманы әҙибә. Уларҙы ла уҡымлы, матур шиғырҙары, хикәйәләре менән һөйөндөрә торҙо. Ниндәй жанрға тотонһа ла, замана балаларының ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү, уларҙы тормош батҡағында юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтеү әҙибәнең төп маҡсаты булып ҡалды.
Мәле еткәс, бына тигән итеп ғаиләһен дә ҡорҙо. Тормош иптәше, ҡәләмдәше Нияз Мәһәҙиев менән үҙҙәренә алмашҡа Азамат атлы ул үҫтереп, ейәнсәрҙәре Сафияны һөйөү бәхетен дә татынылар. Рухташ йәнле был күркәм парҙың зәңгәр экрандар аша алып барған «Бай баҡса» тапшырыуын кемдәр генә яратып ҡараманы һуң?!
Ижад кешеһе һәр саҡ матурлыҡҡа, изгелеккә һыуһап, шуға табынып, шуны һағынып йәшәй. Башҡаларҙы ла үҙ өлгөһөнә эйәртергә ынтыла. Йәмғиәттәге һәр төрлө насарлыҡҡа ҡаршы көрәшеү, ҡалҡан итеп ҡуйыу өсөн был үтә мөһим. Икәүһе авторлығында «Хан һүҙенән юғарыраҡ Әҙип һүҙе» китабын сығарғанда ла шул изге ниәтте күҙ уңында тотҡандарҙыр Нияз менән Зөһрә. Әлеге йыйынтыҡта олпат зыялыларыбыҙ, яҙыусы, шағирҙар хаҡында мәҡәләләр, улар менән әңгәмәләр тупланған. Күңел үҫеп, зиһен яҡтырып, сафланып ҡала китап менән танышҡас.
Ҡыҫҡа ғына мәҡәләлә Зөһрә Сәлимйән ҡыҙының ижадына байҡау яһау мөмкин түгел, әлбиттә. Әммә һуңғы ун йылда уҡыусыларға ҙур бүләк булған «Һуғыш балалары – тарих яралары», «Һуғыш яралаған бала саҡ», «Һуғыш балалары һөйләй» тигән китаптарын телгә алмай үтмәйбеҙ инде.
Кешелек тарихында иң ҙур юғалтыуҙарға килтергән һуғыштың ҡара ҡайғыһы һәр ғаиләгә, йортҡа үтеп ингән. Йәш ярымлыҡ сабый көйө яу яраларынан һәләк булған атаһынан ҡалған Зөһрәне лә уны юҡһыныу, ярым етемлек хисе ғүмер буйы һағалап йөрөй. Иң шатлыҡлы, әрнеүле мәлдәрҙә ошо һағыш йәшендәй ялтлай ҙа зиһенен ярып үтә: «Ниңә ошонда атай ҙа янымда юҡ?!»
Ана шулар ҡабатланмаһын өсөн был фажиғәне һис онотмаҫҡа, оло ғазаптарға дусар быуын, яҡты киләсәгебеҙҙе яулашҡан ата-бабалар, әсәй-өләсәйҙәр, инәйҙәр алдында, һәләк булғандарҙың яҡты иҫтәлегенә баш эйергә бурыслыбыҙ. Юғиһә, Бөйөк Еңеүҙе яулаған, фашизмды юҡҡа сығарыуҙа ифрат ҙур роль уйнаған совет халҡының тарихи баһаһын төшөрөүгә юл ҡуйылыу бик хәүефле, аяныслы күренеш. Әлеге ҙур эшкә шағирә ошо хәүефтән ҡурсалау, аңыбыҙҙы уятыу, йәнебеҙҙе һиҫкәндереү маҡсатынан да тотонғандыр.
Ижады үҙ булмышы, асылынан һис айырылмаған ифрат ғәҙел холоҡло, хисле, нескә күңелле Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исемен йөрөтә, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге, «Гәлсәр һандуғас» бүләктәренә лайыҡ булды. Әммә иң мөһиме, халыҡ мөхәббәтен яулау, шулай танылыу. Ҡырыҫ замандың ҡыҫыр ҡыуаныстарынан өҫтөн булды әҙибә һәр саҡ. Ғүмер байрамын ижад һәм үҙ баҡсаһында төрлө гөл-сәскәләр, емеш-йәшелсәләр үҫтереп, шуларҙы бүтәндәр менән ихлас уртаҡлашып, балҡып-янып ҡаршылаған ҡәҙерле, ҡотло остазыбыҙға, иң мөһиме, ныҡлы һаулыҡ, күп-күп ҡыуаныстар, йылмайыу теләйек.

Зөбәржәт МИҢЛЕБАЕВА,
«Йәншишмә» гәзите ветераны.
Автор:
Читайте нас