Бөтә яңылыҡтар

Туған йәндәр төҫлө

Бына ул ул йәшәгән урам. 

Туған йәндәр төҫлө
Туған йәндәр төҫлө

Өйөнә яҡынайған һайын ниндәйҙер тулҡынланыу хисе солғап ала башланы. Нисек ҡаршылар? Рәсәй, Башҡортостаныбыҙға исеме, абруйы киң таралған бөйөк әҙибә менән нимәләр хаҡында һөйләшә белермен икән? Шундай уйҙар солғанышы менән фатирына килеп еттем. Ишек ярым асыҡ. Баҡтиһәң, Тамара апай ҙа осрашыу минуттарын көткән икән. Шундай йылмайып ихлас ҡаршы алды ул мине. Өй эсендә күҙ ҡамаштырырлыҡ яҡтылыҡ, бөхтәлек. Бар нимә лә үҙ урынында. Әйтерһең дә, алтын һарай!
Ҡосаҡлашып күрешеп, хәл-әхүәлдәрҙе һорашҡас, беренсе һүҙебеҙ, әлбиттә, әҙәбиәт хаҡында булды. Тамара апай тура һүҙле бит ул! Кемдең нисек, нимә яҙғанын, талантлыларҙы, талантһыҙҙарҙы теҙеп китте. Йәш кенә шағирҙарҙың ижадына ғашиҡ булыуын да йәшермәне. Үҙенең ең һыҙғанып ут сәсрәтеп йөрөгән саҡтарын, бергә эшләгән ҡәләмдәштәрен иҫенә төшөрҙө. Шуға бәйләп бер аҙ үпкәһен дә белдерҙе: ҡасандыр бер төптән эшләгән коллегалары, яҡын күргән кешеләре алыҫайған, күптәре, телефондан ғына булһа ла, хәлдәрен белешмәй...

Гөлназ ӘҘЕҺАМОВА, Р.Солтангәрәев исемендәге гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас