- Хәҙер ауылда эшләргә кеше табыуы еңел түгел, йәштәр бының кеүек эшкә бик бармай. Мәктәптән һуң ошо хужалыҡта эш башлаған инем, әрме сафтарына барып ҡайттым да, тағы эшкә төштөм. Был һөнәрҙе һайлауыма, эше еңелдән булмаһа ла, ҡайһы саҡтарҙа көнө-төнө эшләһәк тә, бер ҙә үкенмәйем. Сөнки малай саҡтан комбайнер булырға хыялландым һәм ошо көнгәсә комбайнда эшләп йөрөйөм. Ауыл хужалығында эшләгәс, бер төрлө техникала ғына йөрөргә тура килмәй, сәсеү мәлендә тракторҙа йөрөһәм, ураҡ мәле етһә комбайнда, беҙ хатта ҡышын да тик ултырмайбыҙ, ҡар таҙалайбыҙ...
Был мәҡәлә лә гәзиттә тулы вариантта бирелде.