Ситтәрәк торам. Бер заман миңә табан Радий Фәрит улы килә. Күреште. Башҡортса «Һаумыһығыҙ» тине, ҡалған яғын русса алып китте. Башлыҡтың ваҡыты ҡыҫтау ине, йәл, халыҡ менән осрашып иркенләп аралаша алманы. Минең дә әйтер һүҙҙәрем күп ине, эсте бошорғандары күп. Бигерәк тә, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәгеһе. Яҡут тоҙло күле хәлдәрен дә әйтергә ине. Күлгә табан яңы юл кәрәк, ике күпер төҙөргә кәрәк.
Мәҡәлә тулы килеш үткән аҙнала гәзиттә баҫылды.