Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы Шәмиғолова ул. 2012 йылдан алып ҡалабыҙҙың әүҙем башҡорттарын туплаған ойошманы етәкләй.
Үҙ-үҙенә талапсан, башҡаларҙың хеҙмәтен ихтирам итә белеүсе кеше генә етәксе була алалыр. Лидерлыҡ һыҙаттар ғаиләлә тәрбиәләнә. Милли мәҙәниәт өлкәһендә ең һыҙғанып эшләүсе әсәһе ижади шәхес, Күмертау башҡорт халыҡ театры режиссеры, яҙыусы Мусина Шәмсиә Вәли ҡыҙының тормошо һәм йәмғиәт эшмәкәрлеге ҡыҙы Әлфиә өсөн төп өлгө булғандыр. Төп эше – Күмертау үҙәкләштерелгән ҡала китапханалар системаһы директоры - бик яуаплы, мәшәҡәтле булыуға ҡарамаҫтан, Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы йәмәғәт эштәренең, ҡала проблемаларының уртаһында ҡайнай, күп һанлы әҙәби, мәҙәни сараларҙың, проекттарҙың әйҙәүсеһе. Ҡалабыҙҙа үткәрелгән традицион “Шәжәрә” байрамы, “Шаяниум” хәрәкәте, “Күмертау башҡортса һөйләшә”, “Башҡорт телен өйрәнәм”, “Тере әкиәттәр” кеүек проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа уның ойоштороу һәләте айырыуса асыҡ сағыла.
Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы етәкселегендә Күмертау башҡорттары ҡоролтайы, “Ағинәйҙәр” ойошмаһы, “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ҡала советы”, “Аҡһаҡалдар ҡоро”, “Ҡала башҡорт йәштәре” ойошмалары менән берлектә эшләй...
Күмертау ҡала башҡорттары ҡоролтайы ағзалары.
Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды.