Все новости
Данлыҡлы яҡташтарыбыҙ
19 Сентября 2023, 09:41

Тормош мәғәнәһе тураһында уйлап ҡарағаның бармы?

Закир Әкбәровтың "Йылдар һәм юлдар" ("Еллар һәм юллар") романы татар телендә.

Тормош мәғәнәһе тураһында уйлап ҡарағаның бармы?
Тормош мәғәнәһе тураһында уйлап ҡарағаның бармы?

Сатирик әҫәрҙәре менән яҡшы таныш яҙыусы уҡыусыларына автобиографик характерҙағы романын тәҡдим итә. Үткән быуат аҙағынан бөгөнгө көнгә тиклемге араны сағылдырған ваҡиғалар үҙәгендә интеллигенция вәкилдәре яҙмышы тасуирлана.

"...- Илгә намыҫлы хеҙмәт иткән ҡырҡ ике йылым, яратып йәшәгән ҡатыным, улым менән киленем, ҡыҙым менән кейәүем, ейәндәрем...
- Яратып йәшәгән ҡатының шул... Үҙең "ауыҙың асҡанда үпкәң күренеп торған" студент булғанһың икән, хет яратҡан ҡыҙың, унан һуң ҡатының бай ғаиләнән булһасы. Һеҙҙән бер курс түбән бар инеме райондың беренсе секретарының ҡыҙы? Бар ине. Һиңә битараф түгел инеме? Түгел ине.... Шуға өйләнеп, улар районына ҡайтһағыҙ, төшөмлө эш тә, яҡшы фатир ҙа, артабанғы карьера баҫҡысы ла көтөп тора ине бит һине. Һис юғында Зөһрәңде алһаң? Карьера тураһында әйтә алмайым, әммә ҡәҙерле кейәү сифатында балда-майҙа ғына йөҙөрөң көн кеүек асыҡ ине. Ә һин?
Имеш, мөхәббәт. Юҡ ул мөхәббәт. Уны бына һинең кеүек мәжнүндәр уйлап сығарған да, шуға табынып йәшәп, был донъяла бер нәмәгә лә ирешә алмаған...

- Ә һин, бай әфәнде, тормош мәғәнәһе тураһында уйлап ҡарағаның бармы? Нәфсе тураһында? Берәүҙәрҙе алдап, икенселәрҙе талап донъя малы тупланың-тупланың да үлеп киттең..."

Фәлсәфәүи уйланыуҙарға сумырға, Ер йөҙөндә ғүмер итеүҙең матурлығын үҙең өсөн асырға, роман геройҙары йәшәгән осорҙағы һауаны тулыһынса тойорға була был романды уҡығанда.

Зәйнәб Биишева ис. Башҡортостан "Китап" нәшриәте

Автор:
Читайте нас: